Иҡтисад
29 Сентябрь 2021, 18:30

Ҡаҙағстан Хөкүмәтенең һанлы платформаһы нисек эшләй?

Нур-Солтанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Хөкүмәтенең һанлы платформаһы эшмәкәрлеге менән танышты.

Ҡаҙағстан Хөкүмәтенең һанлы платформаһы нисек эшләй?Ҡаҙағстан Хөкүмәтенең һанлы платформаһы нисек эшләй?
Ҡаҙағстан Хөкүмәтенең һанлы платформаһы нисек эшләй?

Бөгөн, 29 сентябрҙә, Нур-Солтанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Хөкүмәтенең һанлы платформаһы эшмәкәрлеге менән танышты.

Мәғлүмәттәрҙе һанлаштырыу йәһәтенән башҡарылған эштәр тураһында илдең һанлы үҫеш, инновация һәм аэройыһан сәнәғәте вице-министры Асҡар Жамбакин һөйләне.

Уның белдереүенсә, платформа бик ҙур күләмдә мәғлүмәт эшкәртә, власть менән халыҡтың аралашыуын тәьмин итә, һөҙөмтәлелекте арттырыу өсөн дәүләт органдарына, бизнесҡа аналитика үткәрә.

Шулай, дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша Ҡаҙағстандағы һәр кеше өйөнән сыҡмай ғына төрлө учреждениеларҙан белешмәләр ала һәм теләгән дәүләт органына һорау ебәреү мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ портал аша дәүләт пошлинаһын, йыйылмаларҙы, штрафтарҙы, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә була. Эшҡыуарҙар интернет аша дәүләт һатып алыуында ҡатнаша ала.

"Дәүләт хеҙмәттәренең 80 проценттан ашыуын (700 самаһы) электрон форматҡа күсерҙек. Ҡайһы берҙәрен мобиль ҡушымта аша алып була, – тине Асҡар Жамбакин. – Был айырыуса коронавирус пандемияһы осоронда уңайлы".

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда иҡтисади үҫеш һәм социаль өлкә мәғлүмәттәре Республикаға идара итеү үҙәгенә килә. Ул шулай уҡ берҙәм һанлы платформа булып тора, нигеҙендә төбәктең Һанлы үҫеш министрлығы тарафынан эшләнгән мәғлүмәт системалары ята.

Республикаға идара итеү үҙәге өс блоктан тора – социаль коммуникациялар, мәғлүмәти һәм иҡтисади аналитика. 2020 йылда ошо структурала Кире бәйләнеш платформаһы эшләй башланы. Уның ярҙамында кешеләр үҙ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара сайттарына мөрәжәғәт итә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.  

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас