Иҡтисад
29 Сентябрь 2021, 15:30

Ҡаҙағстанда Башҡортостандың Конгресс бюроһы асылды

Радий Хәбиров: “Беҙ уны иҡтисади партнерлыҡты нығытыу, республикаға яңы инвестициялар йәлеп итеү, ҡаҙаҡтар менән сәнәғәт, төҙөлөш, социаль, гуманитар һәм ғилми өлкәләрҙә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн астыҡ".

Ҡаҙағстанда Башҡортостандың Конгресс бюроһы асылдыҠаҙағстанда Башҡортостандың Конгресс бюроһы асылды
Ҡаҙағстанда Башҡортостандың Конгресс бюроһы асылды

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әле Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡаҙағстанда эшләй. Унда бик күп эшлекле осрашыуҙар, башҡа төрлө саралар үтте. Бөгөн иһә вәкиллек – Башҡортостандың Конгресс-бюроһы асылды. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.

“Беҙ уны артабанғы иҡтисади партнерлыҡты нығытыу, республикаға яңы инвестициялар йәлеп итеү, ҡаҙаҡтар менән сәнәғәт, төҙөлөш, социаль, гуманитар һәм ғилми өлкәләрҙә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн астыҡ.  

Вәкиллектең “Астана” халыҡ-ара финанс үҙәге биләмәһендә булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Был майҙан осраҡлы һайланманы. Вәкиллек донъя финанс үҙәктәре эшмәкәрлеге стандарттарына таяна һәм сит ил инвестицияларын йәлеп итеү урыны булып тора.

Донъяла финанс ресурстары көн һайын үҫә, ә йәлеп итерлек ҡеүәтле инвестиция проекттары күп түгел. Алдынғы илдәр был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүлә. Беҙ ҙә унда ҙур мөмкинлектәр күрәбеҙ.

Инвесторҙар өсөн бөгөн Башҡортостан нимә ул? Бизнесты үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда үтә күренмәлелек майҙаны. Беҙҙә “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе бар, “йәшел” режимлы ТОСЭР-ҙар эшләй, уларҙа административ процедуралар ябайлаштырыла.

Үҫешкән инвестиция инфраструктураһы булдырылды. Беҙ был йәһәттән ҡануниәтте камиллаштырабыҙ. Партнерҙарыбыҙ ярҙамдың күп төрҙәрен ала.

Оҙаҡламай беҙҙең вәкиллек тулы кимәлдә эшләй башлаясаҡ. Ҡаҙағстан етәкселеге, Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллеге һәм халыҡ-ара финанс үҙәге етәкселектәре ярҙамында алдыбыҙға ҡуйған бар бурыстарҙы тормошҡа ашыра алырбыҙ тип уйлайым”, – тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас