Иҡтисад
29 Сентябрь 2021, 10:30

Алексей Гусев: “Юл буйы сервисын үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе”

“Урал транспорты” форумы сиктәрендә “Юл буйы сервисын үҫтереү: бөгөнгөһө һәм киләсәге” тигән секция уҙғарылды. 

Алексей Гусев: “Юл буйы сервисын үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе”Алексей Гусев: “Юл буйы сервисын үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе”
Алексей Гусев: “Юл буйы сервисын үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе”

“Урал транспорты” форумы сиктәрендә “Юл буйы сервисын үҫтереү: бөгөнгөһө һәм киләсәге” тигән секция уҙғарылды. Уны Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев алып барҙы.

“Юл буйы сервисын үҫтереү – беҙҙең өҫтөнлөклө бурыстарыбыҙҙың береһе. Башҡортостан географик яҡтан уңайлы урынлашҡан, туристар һәр саҡ сервистың сифаты юғары булыуын талап итә, – тине ул. – Уларҙы үтәү республика аша транзит ағымын үҙебеҙгә лә күберәк йәлеп итеү өсөн кәрәк. Беҙ – бер өс федераль трасса үткән һирәк субъекттарҙың береһе. Беҙҙән 500 километр радиус тирәләй биш ҡала - “миллионник” ята. Беҙҙә туҡтап китеү өсөн сифатлы эшләгән пункттар төҙөү мөһим.

Министр шулай уҡ юл буйы объекттары һанына йоғонто яһаған шарттар тураһында ла һөйләне.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас