Иҡтисад
29 Сентябрь 2021, 11:00

Хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә кәрәк

Бөгөн Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе акимы Ғәли Искалиев менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, сәнәғәт, эшлекле һәм мәҙәни-белем биреү бәйләнештәрен үҫтереү.

Хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә кәрәкХеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә кәрәк
Хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә кәрәк

Бөгөн, 29 сентябрҙә Нур-Солтанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе акимы Ғәли Искалиев менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәк-ара хеҙмәттәшлекте, сәнәғәт, эшлекле һәм мәҙәни-белем биреү бәйләнештәрен үҫтереү.

– Беҙ әле Башҡортостандың ни тиклем уңышлы үҫешкәнен беләбеҙ. Республиканың бизнесы әүҙем рәүештә экспортҡа сыҡҡанын, һатыу өсөн яңы баҙарҙар эҙләгәнен күрәбеҙ. Шуны әйтә алам, Ҡаҙағстандың бөтә төбәктәре лә һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләй. Беҙҙең өлкә лә Башҡортостандың бизнес-йәмәғәтселеге вәкилдәрен үҙенең биләмәһендә күргеһе килә. Беҙҙең һеҙҙән өйрәнәһе нәмәләр күп әле, – тине Ғәли Искалиев. – Беҙҙе Өфө менән ни бары 700 километр ғына айыра. Юл инфраструктураһы, Урал йылғаһы беҙҙе бәйләй. Беҙҙең төбәктә башҡорт диаспораһы ла бар – 400 самаһы кеше. Уларҙың бөтәһе лә әүҙем, беҙ уларға ярҙам итәбеҙ.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Ҡаҙағстанға республиканың рәсми делегацияһынан тыш бизнес-миссия ла килгән, унда Башҡортостандың 33 ҙур предприятиеһы вәкилдәре ингән.

– Кисә беҙ Ҡаҙағстан Президенты, Премьер-министр һәм Парламенттың Юғары палатаһы рәйесе менән осраштыҡ. Республикабыҙҙың инвестиция мөмкинлектәрен сағылдырған исем туйы үткәрҙек, – тине Радий Хәбиров. – Өфө менән Нур-Солтан араһында тура авиабәйләнеш асырға һөйләштек, эш төркөмө булдырасаҡбыҙ һәм юл картаһына ҡул ҡуясаҡбыҙ. Ә бөгөн беҙ Конгресс-бюроның вәкиллеген асабыҙ, ул Башҡортостан менән Ҡаҙағстан эшҡыуарҙары хеҙмәттәшлеген булдырыу менән шөғөлләнәсәк.

Осрашыу барышында яҡтар ике төбәк хеҙмәттәшлегенең перспективалы йүнәлештәре тураһында һөйләште. Был тәү сиратта сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф һәм фән. Шулай, Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһендә ҙур газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтары бар. Шуға күрә улар Башҡортостандың газ эшкәртеүсе предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә теләй.

Радий Хәбиров менән Ғәли Искалиев төбәк-ара бәйләнештәрҙе артабан үҫтерергә килеште.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.  

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас