Иҡтисад
29 Сентябрь 2021, 10:00

Көнсығыш сығыу юлы - иң яҡшы проекттарҙың береһе

Көнсығыш сығыу юлы – һуңғы йылдар эсендә Башҡортостандағы иң мөһим транспорт проекты. Ул Өфөнөң үҙәк өлөшөн М-5 “Урал” трассаһы менән тоташтыра. Уның ярҙамында беҙ ҡала үҙәген һәм аэропорт яғына барған юлдан көсөргәнеште аласаҡбыҙ.

Көнсығыш сығыу юлы - иң яҡшы проекттарҙың береһеКөнсығыш сығыу юлы - иң яҡшы проекттарҙың береһе
Көнсығыш сығыу юлы - иң яҡшы проекттарҙың береһе

“Башҡортостан концессия компанияһы”һы (ВТБ Инфраструктура Холдингы эсенә инә) Өфөнән М-5 федераль әһәмиәттәге автомобиль юлына сығыу проекты (Көнсығыш сығыу юлы) өсөн “Росинфра” инфраструктура өлкәһендәге милли премияға лайыҡ булған.

Башҡортостандың проекты G20 илдәре раҫлаған сифатлы инфраструктура инвестициялары һәм тотороҡло үҫеш принциптарына яуап бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем проект ESG принциптарына тура килеүен дәлилләгәйне. Ул илдә беренсе булып ВЭБ.РФ эшләп сығарған IRIIS системаһы буйынса сертификация үтте һәм “Алтын” кимәлен алды.

– Көнсығыш сығыу юлы – һуңғы йылдар эсендә Башҡортостандағы иң мөһим транспорт проекты. Ул Өфөнөң үҙәк өлөшөн М-5 “Урал” трассаһы менән тоташтыра. Уның ярҙамында беҙ ҡала үҙәген һәм аэропорт яғына барған юлдан көсөргәнеште аласаҡбыҙ. Бынан тыш, яңы проект беҙҙең төҙөлөш тармағындағы үҫеш мөмкинлектәрен киңәйтергә ярҙам итәсәк. Әле ҡалала төҙөлөш майҙандары етмәй, яңы юл асылғас иһә беҙ Ҡариҙел аръяғында йорттар төҙөй башлай аласаҡбыҙ. Торлаҡ төҙөлгәс, яңы эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк, бәләкәй бизнес өсөн һорау ҙа артасаҡ. “Росинфра” инфраструктура өлкәһендәге милли премия алыу беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы һәм сираттағы тапҡыр был объекттың мөһимлеген дәлилләй, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.

ВТБ Инфраструктура Холдингы генераль директоры Олег Панкратов белдереүенсә, улар теләһә ниндәй проектты тормошҡа ашыра башлаған саҡта уның халыҡҡа, дәүләткә һәм экологияға ниндәй һөҙөмтә килтерәсәге тураһында уйлай.

– Был проект Башҡортостан өсөн бик мөһим, сөнки уны тормошҡа ашырыу төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһай. Көнсығыш сығыу проекты Өфө агломерацияһын үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр бирә. Уның файҙаһын өфөләр бер нисә йыл эсендә тулыһынса баһалаясаҡ, – ти транспорт министры Александр Булушев. – Беҙ әүҙем рәүештә төҙөлөш темптары арттырабыҙ, әле объектта 2400 кеше һәм 160 берәмек техника эшләй. Сентябрь аҙағына ҡарата проекттың техник әҙерлеге 28,5 процент булып баһалана.

“Башҡортостан концессия компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Асабали Закавов белдереүенсә, улар премияны “Сифатлы инфраструктура инвестицияһы” номинацияһында алған һәм улар өсөн был бик мөһим.

– Төп бурысыбыҙ эксперттарға “Көнсығыш сығыу юлы” проектының ESG принциптарына тулы кимәлдә тап килеүен дәлилләү ине. Беҙ тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланабыҙ, һыу тотоноуҙы һәм үҙебеҙ булдырған ҡалдыҡтарҙы планға ярашлы унар проценттарға кәметәбеҙ. Ерҙе тергеҙәбеҙ, һыу ятҡылыҡтарының биологик ресурстарын тулыландырабыҙ. Проектта урындағы халыҡ һәм урындағы бизнес эшләргә тейеш тигән фекерҙәбеҙ. Шулай урындағы етештереүселәр менән дөйөм суммаһы 5 миллиард һум булған контракт төҙөргә йыйынабыҙ. Шулай итеп проектты тормошҡа ашырыу төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индерә, республика халҡы тормошон яҡшырта, автомобиль юлдарын үҫтереү мөмкинлеге бирә, – тине ул.

Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52857

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас