

Белоретта яҡтыртҡыс корпустары һәм инфраҡыҙыл йылытҡыстар етештерәсәктәр.
“СВМ” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостандың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булды. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы компанияны ошондай реестрға индерҙе. Предприятие “Белорет” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә яҡтыртҡыс корпустары һәм инфраҡыҙыл йылытҡыстар етештереү менән шөғөлләнергә ниәтләй.
"Көҙгө-ҡышҡы осорҙа был йылытҡыс приборҙар халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Улар менән миҙгел араһында торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙы йылытырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта улар кислородты ашамай һәм янып китеү ихтималлығы ла юҡ. Шулай итеп, Башҡортостанда был ҡоролмалар менән республиканы ғына түгел, күрше төбәктәрҙе лә тәьмин итәсәк үҙ етештереүсебеҙ барлыҡҡа киләсәк", - тип хәбәр итте республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Өҫтәүенә ошо арҡала тармаҡта көнәркәшлек көсәйәсәк, ҡалала яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк.
Инвестор проектҡа 4,9 миллион һум һалмаҡсы. Эш 2021 – 2024 йылларҙа тормошҡа ашырылыр тип күҙаллана.
Фото: pravitelstvorb.ru