

Өфөлә видеобәйләнеш форматында Башҡортостанда инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисы кәңәшмәһе булды.
Сара республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә һәм профилле министрлыҡтар, ведомстволар, бизнес-шерифтар ҡатнашлығында үткәрелде.
Төҙөлөш тармағында килешеү процедуралары уҙғарҙанда төҙөүселәр менән электрон документтар әйләнеше хаҡында республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов һөйләне. “Онлайн хеҙмәттәр буйынса ҙур үҫеш күҙәтелә, - тине ул. – Төҙөлөш һәм ерҙән файҙаланыу өлкәһендә электрон хеҙмәттәр үҫеше, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 82 процент тәшкил итә”.
Бөгөн республикала йәшәгән һәр кем ер участкаһы төҙөлөшө дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталында биш төҙөлөш хеҙмәтенән файҙалана ала. 2021 йыл аҙағына тағы бер нисәһе электрон төрҙә әҙер буласаҡ.
Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов рөхсәт документарын алыуҙа берҙәм регламентты эшләү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисында ҡатнашыусылар ҡулланыусыларҙың шәхси кабинеттарын булдырыу, суперсервис менән интеграцияларҙы көйләү хаҡындағы ҡарарҙы хупланы.
Александр Сидякин 2022 йылдың 1 июленә техник регламенттарҙы көйләү процестарын тамамлап, системаны эшләтеү бурысын ҡуйҙы. “Бик мөһим тема. Дөрөҫ йүнәлештәбеҙ. Проект офисында эшләгән күп нәмә әле күренә һәм был яҡшы. Һанлы контурҙа эшләргә өйрәндек, нисек тормошҡа ашырырға икәнлеген аңлайбыҙ, файҙаланыусылар өсөн уңайлы итәбеҙ”, - тип белдерҙе Александр Сидякин.
Фото: investrb.ru