

Башҡортостанда страховка компаниялары менән агростраховкалау килешеүҙәре һаны 2021 йылдың июль аҙағынан 26 процентҡа артҡан, 15-тән 19-ға тиклем. Республиканың 11 районынан ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре 13 килешеүгә ҡул ҡуйған, Дәүләкән һәм Шишмәгә икешәр тура килә.
"Беҙҙең республика хәүефле игенселек төбәгенә ҡарай. Йыл һайын тиерлек ҡабатланған насар тәбиғәт шарттарында дәүләт ярҙамы менән агростраховкалау ауыл хужалығынан килем алыуҙа мөһим ҡорал булып тора", – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Уның билдәләүенсә, киләһе йылда тәбиғи төрҙәге ғәҙәттән тыш хәлдәр һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы уңышын юғалтыу хәүефен страховкалауҙың яңы төрө тормошҡа ашырыласаҡ.
Йыл аҙағына тиклем агростраховкалау өлкәһендә дәүләт ярҙамы 182,6 миллион һумға тиклем еткереләсәк, шул иҫәптән үҫемселек өсөн - 127,5 миллион һум. Аҡсаның төп өлөшө федераль бюджеттан киләсәк – 160,7 миллион һум, ә республика бюджеты 21,9 миллион һум йүнәлтәсәк.
Һуңғы йылдарҙа был хеҙмәткә ихтыяж артыуы күҙәтелә. Страховкаланған майҙан 30 процентҡа тиклем артҡан: 2020 йылда 83,4 мең гектар булһа, 2021 йылда – 105,7 мең гектар.
Агростраховкалаусыларҙың милли берлеге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы өс йылда дәүләт ярҙамы менән агростраховкалау системаһында ҡулланылған үҫемселектәге хәүефһеҙлекте страховкалау буйынса уртаса тариф ауыл хужалығы культураларының бөтә төп төркөмө өсөн төшкән. Төҙөлгән килешеүҙәр буйынса яҙғы бойҙайҙар өсөн – уртаса 38 процентҡа һәм күп йыллыҡ үҫентеләр өсөн 51 процентҡа кәмегән, шул уҡ ваҡытта бөртөклөләр уңышын страховкалауҙың уртаса тарифы - ике тапҡырға.
Мәғлүм булыуынса, дәүләт ярҙамы менән агростраховкалау Рәсәй Федерацияһының норматив хоҡуҡи акттары нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Уның буйынса страховкалауҙа ҡатнашҡан ауыл хужалығы тауары етештереүселәргә юғалтылған уңыштың 50 проценты ҡайтарыла.
Фото: pravitelstvorb.ru