

Башҡортостан дәүләт власының вәкәләтле органдары республиканың ҙур инвестиция проекттарына экспертиза үткәргән һәм уларҙың ҡайһы берҙәренә дәүләт ярҙамы бүлеүҙең маҡсатҡа ярашлылығына эксперт ҡарары сығарған. Һүҙ сәнәғәт өлкәһендәге ете һәм ауыл хужалығы тармағындағы ике проект тураһында бара, улар республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары тип танылған.
Сәнәғәт тармағында проекттарҙы тормошҡа ашырған инвесторҙарға 2021-2031 йылдарҙа дөйөм суммаһы 11 миллиард һумлыҡ мөлкәткә һәм ойошмаларҙың килеменә һалым ташламалары биреләсәк. Ауыл хужалығы тармағында иһә 500 миллион һумға тиклем ҡорамалдар һатып алыуға субсидия биреләсәк.
– Етди йөкләмәләр алабыҙ, дәүләт ярҙамы күләме бик ҙур. Шул уҡ ваҡытта был саралар республикаға дөйөм күләме 60 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп итәсәк һәм 800 самаһы эш урыны булдырыу мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ инвестиция мөхите яҡшырасаҡ һәм бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ, – тине республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда дөйөм инвестиция күләме 875 миллиард һум булған 272 инвестиция проектына өҫтөнлөклө тигән статус бирелгән. Улар тормошҡа ашырылғас, 37 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52881
Фото: bfmufa.ru