Иҡтисад
1 Октябрь 2021, 09:00

Күпме торлаҡ төҙөлгән?

Быйыл да сафҡа индерегән торлаҡ күләме былтырғынан кәм булмаҫ...

Күпме торлаҡ төҙөлгән?Күпме торлаҡ төҙөлгән?
Күпме торлаҡ төҙөлгән?

“Башстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл ғинуар – августа финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны 1776,5 мең квадрат метрлыҡ 22,7 мең фатир ғәмәлгә индерелгән. Файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 22 процентҡа артҡан. Бер мең кешегә иҫәпләгәндә 441 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.

– “Торлаҡ” милли проектына ярашлы раҫланған күрһәткес 2,2 миллион квадрат метр тәшкил итеүгә ҡарамаҫтан, быйыл да ғәмәлгә индерегән торлаҡ күләме былтырғынан (2,4 миллион квадрат метрҙан) кәм булмаҫ, тип ышанам, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Ҡуйылған бурыстар араһында “Ғаилә ипотекаһы” программаһының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу ҙур әһәмиәткә эйә. Уға ярашлы торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт һалыуға йылына алты процентҡа тиклемге льготалы ставка буйынса кредитты 2023 йыл аҙағына тиклем алырға мөмкин.

Торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡ тарафынан үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында һалынған йорттар өлөшө 67 процент (1190 мең квадрат метр) тәшкил итә. Төҙөлөш ойошмалары иһә быйыл ғинуар – августа 585, 6 мең квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған.

Ауыл ерендә иһә 805,4 мең квадрат метр сафҡа индерелгән, ҡалала – 971,1 мең квадрат метр. Әле торлаҡ төҙөлөшөнөң Берҙәм мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда төҙөлөшкә ике йөҙҙән ашыу рөхсәт ҡағыҙы бар. Төҙөүселәр дөйөм майҙаны 3,4 миллион квадрат метрлыҡ 280 йорт һала.

“Башстат”тан хәбәр итеүҙәренсә, һигеҙ ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү йәһәтенән Рәсәй төбәктәре араһында – етенсе, Волга буйы федерель округында икенсе урынды биләй.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52885

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52885

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас