

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә республикала юл яны сервисын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.
"Был эште системалы ойошторабыҙ, административ кәртәләрҙе "емерҙек", инвесторҙар өсөн бизнесҡа ярҙам механизмдарын булдырҙыҡ. Мәҫәлән, өҫтөнлөклө проекттарға инеү өсөн кәрәкле талаптарҙы аҙайттыҡ", - тине Андрей Назаров.
Ул шулай уҡ Сибай ҡалаһында үткән "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйында Рәсәй Финанс министрлығының Иҡтисад тармағы үҙәге ғилми-тикшеренеү финанс институты етәксеһе Инна Рыкованың төбәктәге юл яны сервисы үҫеше туризм өлкәһенә ыңғай йоғонто яһауы хаҡында әйтеүен еткерҙе.
Был өлкәлә дәүләт ярҙамы күрһәтеү маҡсатында, июль аҙағында 2019 йылдың 1 апрелендәге 188-се ҡарарға төҙәтмәләр индерелеп, төньяҡ-көнбайыш һәм Урал аръяғы райондары биләмәләрендә проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 10 миллион һумдан алып субсидия биреү мөмкинлектәре булдырылған.
Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов ошо бурысты тормошҡа ашырыу өсөн республиканың инвестиция ҡануниәтен камиллаштырыу мөһимлеге тураһында һөйләне.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru