

Башҡортостанда 140 ихатаны төҙөкләндереү тулыһынса тамамлана. Әлеге мәлгә программа 99 процент тормошҡа ашырылған.
“Башҡорт ихаталары”на ярашлы, Өфөлә 78 күп фатирлы йорттоң 17 ихатаһы төҙөкләндерелә. Мәҫәлән, Дим биҫтәһендәге Левитан урамында проектҡа тағы ла ял итеү зонаһы өҫтәгәндәр. Бында хатта фонтан буласаҡ. Ә трансформатор подстанцияһына граффити төшөрөлгән, ул хәүефһеҙ булһын өсөн кәртәләнеп алынған. Ошо уҡ майҙансыҡҡа дүрт уйын һәм ике спорт майҙансығы ҡуйылған.
Быйыл программаны тормошҡа ашырғанда тик урындағы етештереүселәрҙең йыһаздары, ҡорамалдары ҡулланылған. Мәҫәлән, балалар майҙансығы башлыса Благовещен ҡалаһынан һатып алынһа, яҡтыртыу ҡорамалдары – Ишембайҙан, видеокамералар – Күмертауҙан, эскәмйәләр – Өфө етештереүселәренән. Республикала тротуар плиткаһы эшләүселәр ҙә арта.
Республикала уңышлы тормошҡа ашырылған тағы бер проект – “Уңайлы ҡала биләмәһе” төҙөү. Быйыл был федераль программаға ярашлы 146 биләмә төҙөкләндерелә. Шуларҙың 13-ө - бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ҡасабалар. Мәҫәлән, Дүртөйлөлә элекке һыра заводы майҙанында яңы йәштәр проекты тормошҡа ашырыла. Ул Рәсәй Төҙөлөш министрлығының конкурсында еңеп сыҡҡан. Бында скейт-майҙансыҡ, сәхнә, эскәмйәләр, стрит-бол майҙансығы, йәйәүлеләр өсөн юлдар эшләнгән. Йәштәр спорт менән шөғөлләнә, балалар һәм үҫмерҙәр велосипедтарҙа йөрөй. Заманса яҡтыртыу ҡуйылған, майҙанға ағастар ултыртылған. Был урын Дүртөйлөләрҙең яратҡан еренә әүерелгән.
Әлеге федераль программа республиканың 38 район һәм ҡалаһында тормошҡа ашырыла. Бөтә объекттар ҙа быйылғы йылдың 1 декабренә сафҡа индереләсәк.
Фото: "Башинформ".