

Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре республика заказсылары һорауҙарына яуап бирҙе.
Был комитет “Яңы саҡырыуҙар: һатып алыуҙар һәм көнәркәшлек” темаһына уҡыу семинарҙары серияһын тамамланы. Ведомство белгестәре дәүләт һәм муниципаль заказсыларҙан килгән һәм үҙҙәренең компетенцияһында булған һорауҙарға яуап бирҙе.
"Тиҙ, ябай һәм уңайлы мәғлүмәт алынышы өсөн семинарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла теркәлгәндә махсус QR-кодлы буклет алды. Уны мобиль ҡоролма ярҙамында скан аша үткәргәс, заказсылар үҙ һорауҙарын бирә алды. Уларҙы йыйып алдыҡ һәм дәүләт комитетының рәсми сайтында яуаптарҙы баҫтырҙыҡ", - тине Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Республика заказсылары биргән һорауҙарҙың күбеһе “Аҙ күләмле сауҙа агрегаторы” мәғлүмәт системаһы менән бәйле ине. Әйткәндәй, Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында Башҡортостан заказсыларына бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен йәлеп итеү һәм 600 мең һумға тиклем һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу өсөн методик тәҡдимдәр бирелгән. “Аҙ күләмле сауҙа агрегаторы”ның рәсми сайтында (https://myhobbies.flowlu.ru/hc/3/3--chasto-zadavaemye-voprosy) йыш бирелгән һорауҙарға яуаптарҙы табырға мөмкин.
Фото: pravitelstvorb.ru