

Бөгөн, 5 октябрҙә Мәскәү өлкәһендәге “Патриот” паркында Рәсәйҙең ауыл хужалығы тармағындағы иң ҙур ваҡиға – Агросәнәғәт комплексы аҙналығы эшләй башланы. Уның сиктәрендә 23-сө “Алтын көҙ – 2021” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе асыласаҡ, бында ауыл хужалығы тармағы уңыштарының иң ҙур смотры үтәсәк.
Күргәҙмәне асыу тантанаһы 6 октябргә планлаштырыла. Форум сараларында 35 кешенән торған Башҡортостан делегацияһы ла әүҙем ҡатнаша. Уның составына Хөкүмәт вәкилдәре, Ауыл хужалығы министрлығы, муниципаль райондар хакимиәттәре, төбәктең агросәнәғәт комплексы ойошмалары һәм предприятиелары инә.
Форумдың тәүге көнөндә түңәрәк өҫтәлдәр һәм панелле дискуссиялар үтәсәк, унда тармаҡты ғилми һәм кадр йәһәтенән тәьмин итеү, агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы, органик тауарҙар етештереүҙе үҫтереү, һанлы трансформация һәм башҡа бик күп темалар ҡараласаҡ. Башҡортостан делегацияһы ағзалары форумдың эшлекле программаһында ла әүҙем ҡатнашасаҡ.
Республикабыҙҙың ауыл хужалығы комплексы предприятиелары күргәҙмәгә килгән кешеләрҙе бөгөндән ғәжәпләндерә башлаған да. Был башҡорт балы һәм ҡаҙы (“Прочный мед” һәм “Башҡорт ҡаҙы” компаниялары), “Таврос” компанияһынан тәмлекәстәр һәм ит ризыҡтары, “Сава”ның колбаса изделиелары, “Боска-Рус” шампанскоеһы, “Пищепром” предприятиеһы соустары, повидло һәм кетчуптары, “Башспирт” тауарҙары.
Сара барлыҡ эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәп ойошторола. Әйткәндәй, былтыр был күргәҙмә онлайн-форматта үткәйне.