

Башҡортостан “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Премьер-министр Андрей Назаров “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” федераль программаһының ағымдағы йылда тормошҡа ашырылыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.
- Уның төп маҡсаты – ауыл халҡы өлөшөн һаҡлап алып ҡалыу һәм ауылдарҙа йәшәгәндәрҙең йәшәү кимәлен күтәреү. Беҙ төбәк этабында ауыл биләмәләре үҫешенә ярҙам иткән программаны ҡабул иттек, - тине Андрей Назаров һәм был сараларҙы республиканың Ауыл хужалығы, Транспорт һәм юл хужалығы министрлыҡтары тормошҡа ашыра, тип белдерҙе.
Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, 2022-2023 йылдарға дөйөм финанслау 5,8 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙың 3,5 миллиард һумы – федераль ярҙам, 1,7 миллиард һумы – республиканыҡы. Төп йүнәлештәр – торлаҡ, социаль объекттар, юлдар төҙөлөшө, биләмәләрҙе төҙөкләндереү.
- 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса 385 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса субсидия алды, 96 ғаиләгә наймға алыу килешеүе буйынса йорттар төҙөлдө. 19 районда 54 биләмә төҙөкләндерелде, дүрт районда 14,2 километр юл төҙөлдө, ете районда – 33 километр газ үткәргес, ете ауыл биләмәһендә 18 километрҙан ашыу һыу үткәргес һалынды. Ауыл биләмәләре үҫеше проекттары буйынса 18 объект һәм комплекслы төҙөлөш проекты сафҡа инде, - тип белдерҙе вице-премьер.
Быйыл да эштәр әүҙем бара: финанслау күләме 1,5 миллиард һум булған 80 объект төҙөлөшө күҙаллана. Шулай ҙа “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” программаһы сиктәрендәге бер нисә объект буйынса артта ҡалыу күҙәтелә, тип билдәләнде. Бынан тыш, муниципалитеттар башлыҡтарының Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының “Берҙәм тәҙрә” системаһы менән әүҙем эшләмәүе хаҡында әйтелде.
Фото: pravitelstvorb.ru