Иҡтисад
5 Октябрь 2021, 14:30

Ил бюджеты проекты раҫланды

“Төп иғтибар – рәсәйҙәргә социаль ярҙам күрһәтеү. Бюджет проектында төбәк үҫешен финанслауға өҫтөнлөк бирелә". Тулыраҡ мәғлүмәт – карточкаларҙа.

Ил бюджеты проекты раҫландыИл бюджеты проекты раҫланды
Ил бюджеты проекты раҫланды

Рәсәй Хөкүмәте 2022-2024 йылдарға ил бюджеты проектын раҫланы.

Аҡса балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, булған мәктәптәрҙе ремонтлау һәм яңыларын төҙөү, донъя кимәлендә кампустар селтәре булдырыу, ауыр сирле балаларҙы дауалау, авария хәлендәге торлаҡта йәшәгәндәрҙе күсереү, шул иҫәптән яңы программа буйынса транспорт, экология һәм инфраструктура проекттары, шулай уҡ түләмдәрҙе арттырыуға йүнәлтеләсәк.

“Төп иғтибар – рәсәйҙәргә социаль ярҙам күрһәтеү. Бюджет проектында төбәк үҫешен финанслауға өҫтөнлөк бирелгән һәм был бик ҡыуандыра”, – ти Башҡортостан парламенты депутаты, иҡтисади фәндәр докторы Рөстәм Ахунов.

Республикала төп финанс документ 2021 йылдың декабрендә ҡабул ителәсәк. Ул, һәр ваҡыттағыса, социаль тәғәйенләнешле буласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт – карточкаларҙа.

Фото: "Башинформ".

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас