

5 октябрҙә Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә йүнселдең Салауат ҡалаһында спорт-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөн тамамлауға бәйле мәсьәләһен ҡарау буйынса эш төркөмө ултырышы уҙғарылды.
Унда бизнес-омбудсмен, республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы вәкилдәре, pro hono белгесе һәм эшҡыуар үҙе ҡатнашты.
"Йүнсел тарыған хәл бер төрлө генә түгел, тап шуға уның хаҡында һөйләшеү Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығындағы эш төркөмө ултырышына сығарылды, - тине Флүр Әсәҙуллин. – Беҙ республиканың район-ҡалалары үҫешенә аҡса йүнәлтергә тейешбеҙ. Был осраҡта эшҡыуар һәм хакимиәт төҙөлөштөң дауам ителеүен теләй. Шуға был хәлде тиҙ арала, аҙ сығымдар менән хәл итергә кәрәк. Объект төҙөлмәһә, бина юҡҡа сығасаҡ. Уны сафҡа индереү өсөн 87 миллион һум аҡсаһын сарыф иткән эшҡыуар юғалтыуҙар кисерә, ә урында йәшәгәндәр спорт-һауыҡтырыу комплексынан файҙалана алмай".
Республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Аманбаев, ултырышта ҡатнашыусыларҙың фекерен хуплап, эшҡыуарға был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү мотлаҡ тип белдерҙе.
Һөҙөмтәлә йүнселдең өс йыл буйы хәл ителмәгән мәсьәләһе судҡа тиклем көйләнде. Хәҙер ул эшен дауам итәсәк, ә муниципалитет яңы спорт-һауыҡтырыу комплексына эйә буласаҡ, өҫтәмә хеҙмәт урындары барлыҡҡа киләсәк.
Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52924