Иҡтисад
5 Октябрь 2021, 11:30

Проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы ҡаралды

4 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән сираттағы кәңәшмәлә милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы ҡаралды.

Проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы ҡаралдыПроекттарҙың тормошҡа ашырылыуы ҡаралды
Проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы ҡаралды

4 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәттең сираттағы кәңәшмәһендә милли проекттарҙы һәм “Алға” йылдам иҡтисади биләмәһе буйынса проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Төп доклад менән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов сығыш яһаны.

Ул урындағы бюджетҡа бюджет-ара трансферт күләме 11 миллиард һум тәшкил итә, тип белдерҙе. Был аҡсаның 96 проценты тирәһе ике милли проектҡа – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (6,9 миллиард һум), “Хәүефһеҙ һәм уңайлы юлдар” (3,6 миллиард һум) – тура килә. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш ойошмалары эште атҡарыу графигынан ситләшә. Был хәл Өфөләге – һигеҙ, Стәрлетамаҡтағы - өс, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондарындағы берешәр объектта теркәлгән. Барлыҡ объекттар ҙа контролгә алынған.

Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимов “Ағиҙел аръяғы”ндағы өс объектта – “Затон-Көнсығыш”тың канализация коллекторынан ҡала канализация таҙартыу ҡоролмаларына тиклемге майҙансығы, Өфөнөң Ленин районындағы “Затон – Көнсығыш” канализация һыу станцияһы һәм “Затон” канализация һурыу станцияһын техник йәһәттән ҡайтанан йыһазландырыу буйынса  план заданиеларын атҡарыу буйынса саралар хаҡында һөйләне. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына федераль министрлыҡ менән  өҫтәмә килешеү 2021 йылға Ағиҙел аръяғы объекттары араһында аҡсаны бүлеү буйынса федераль субсидиялар биреү буйынса килешеүгә өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы тәьмин итергә ҡушылды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакиммиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Юрий Тротт 1-се музыка мәктәбе төҙөлөшө һәм эсәр һыуҙы таҙартыуҙың мембрана ысулын сафҡа индереү хаҡында һөйләште.

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров, профилле министрлыҡтарҙы һәм ведомстволарҙы йәлеп итеп, подряд ойошмалары эшенә муниципаль контролде көсәйтергә ҡушты.

- Бөгөн милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу федераль хөкүмәттән алып хоҡуҡ һаҡлау органдарына тиклем етди күҙәтеү аҫтында, - тине Андрей Назаров. – Сөнки был беҙҙә йәшәүселәр ныҡ көткән социаль объекттар – мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары, дауаханалар һәм юлдар.

БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә шулай уҡ “Алға” йылдам иҡтисади биләмәһен ойоштороу буйынса махсус проекттың тормошҡа ашырыу барышы хаҡында һөйләштеләр.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас