Иҡтисад
6 Октябрь 2021, 15:15

Беҙҙең предприятиелар ҙа ҡатнаша

Ҡаҙағстандағы Нур-Солтан ҡалаһында “Нефть һәм Газ/ KIOGE-2021”, “KAZENERGY” форумдары үткәрелә.

Беҙҙең предприятиелар ҙа ҡатнашаБеҙҙең предприятиелар ҙа ҡатнаша
Беҙҙең предприятиелар ҙа ҡатнаша

5 – 7 октябрҙә Ҡаҙағстандағы Нур-Солтан ҡалаһында 27-се Ҡаҙағстан халыҡ-ара “Нефть һәм Газ/ KIOGE-2021”, тағы 4 октябрҙән 8 октябргә тиклем “KAZENERGY” Евразия форумдары үткәрелә.

"Беҙҙең өсөн экспортсыларҙың һәм экспортҡа йүнәлтелгән предприятиеларҙың үҙ производствоһын яҡшыртырға, уны халыҡ-ара баҙарҙа конкуренцияға һәләтле итергә тырышыуы мөһим", - тине республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова.

Делегация составында – экспортҡа йүнәлтелгән алты предприятие – “Тимурнефтегаз”, “Бурсервис”, “Өфөбурмаш”, “Нефтекама мобиль биналар заводы”, “Карбон Технология”, “Технолог”.

Был күргәҙмәлә ҡатнашыуҙың төп маҡсаты – республика тауарҙарын алға этәреү, халыҡ-ара йәмәғәтселектең эшлекле даирәләре менән үҙ-ара емешле хеҙмәттәшлек итеү, яңы баҙарҙарға сығыу, сауҙа күләмен арттырыу.

Башҡортостандың күргәҙмә экспозицияһын “Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәте вәкиллеге етәксеһе Игорь Камынин, Акимат вәкиле ҡараны. Осрашыу ваҡытында республика компаниялары үҙ продукцияһын презентацияланы.

“KIOGE” күргәҙмәһе Ҡаҙағстан нефть һәм газ сәнәғәтенең визит карточкаһына әйләнгән. Йыл һайын унда 300 компания ҡатнаша һәм дүрт меңдән ашыу кеше ҡарай.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас