

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” ултырышы үткәрҙе. Унда ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр.
Өфө агломерацияһы биләмәһендә һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәре төҙөү тураһында төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов һөйләне. Уның белдереүенсә, Ағиҙел аръяғында газ, йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителгән. Ә 2020 йылда Өфө “Стимул” федераль программаһына инде. Был инженер селтәрҙәрен төҙөү өсөн һигеҙ миллиард һум аҡса йәлеп итеү мөмкинлеге бирә, эштәр 2024 йылда тамамланасаҡ.
Ағиҙел аръяғын һыу һәм канализация объекттары менән тулыһынса тәьмин итеү өсөн өҫтәмә рәүештә Интернациональ урамынан Затон биҫтәһенә тиклем һыу үткәргес, шулай уҡ Дим районынан Затонға ҡәҙәр магистраль коллектор төҙөргә кәрәк, баш ҡаланың таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу талап ителә.
Быйыл сентябрҙә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Ағиҙел аръяғын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды, унда 10 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә йыйыналар.
Ошондай уҡ хәл ҡаланың көнсығыш өлөшөндә – Ҡариҙел аръяғында ла күҙәтәлә. Уға Кузнецов Затоны биҫтәһенән Шаҡшаға тиклемге биләмә ҡарай. Бында ла магистраль һәм бүлеү һыу үткәргес торбалар, канализация селтәре үткәреү ҡарала. Был ошо зонала дүрт миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеге бирәсәк.
“Төҙөлөш сәғәте”ндә ҡатнашыусылар был проекттарҙы финанслау механизмдарын ҡараны. Иң һөҙөмтәле варианттарың береһе – инфраструктура облигациялары – ул йылына өс-дүрт процент ставка менән заем бүлеүҙе күҙ уңында тота. Финанс инструментының операторы булып “ДОМ.РФ” ойошмаһы торасаҡ.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә ике аҙна эсендә был мехнизмдың һөҙөмтәлелеген өйрәнергә, республика өсөн оптималь параметрҙарын билдәләргә ҡушты.
“Башкирская медь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Александр Туленков Хәйбулла районының Подольск ауылындағы яңы биҫтәне комплекслы төҙөү концепцияһын тәҡдим итте. Башланғыс ошо ерҙә ҙур баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртә башлауға ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ.
Һүҙ Подольск ауылы янында буш урында тулы кимәлдә ауыл булдырыу тураһында бара. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов белдереүенсә, был - район өсөн иң мөһим инфраструктура проекты.
Александр Туленков әйтеүенсә, проектҡа ярашлы, 1084 кеше йәшәгән Подольск ауылы халҡы өсөн 198 йорт һәм социаль объекттар төҙөү планлаштырыла.
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә “Башкирская медь” компанияһы, Хәйбулла районы хакимиәте менән берлектә аҙна эсендә проектты тикшереп, тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– УГМК холдингы – беҙҙең стратегик партнер. Компанияның ҙур социаль проектына ярҙам итеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта беҙ уны халыҡ мәнфәғәттәренән сығып тормошҡа ашырырға тейешбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.