Иҡтисад
6 Октябрь 2021, 10:45

Был тармаҡты борсоған мәсьәләләр бар

Был хаҡта Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдерҙе.

Был тармаҡты борсоған мәсьәләләр барБыл тармаҡты борсоған мәсьәләләр бар
Был тармаҡты борсоған мәсьәләләр бар

2024 йылда Башҡортостанда 15 яңы берәмтәләп сауҙа итеү баҙарын ойошторорға һәм стационар булмаған сауҙа объекттары һанын 6 меңгә тиклем еткереү, йәрминкәләр майҙаны һанын 400 берәмеккә тиклем арттырыу, сауҙа өлкәһендә 7 мең тирәһе яңы эш урынын барлыҡҡа килтереү планлаштырыла. Был хаҡта Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдерҙе.

Алексей Гусевтың әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ҡулланыусылар баҙарында 45 тирәһе сауҙа объектында эшмәкәрлек алып барыла, сауҙа өлкәһендә 300 мең тирәһе кеше эшләй, йәрминкәләр үткәреү өсөн 380 майҙансыҡ, 42 берәмтәләп сауҙа итеү баҙары һәм дүрт меңдән ашыу стационар булмаған сауҙа объекты  бар.

- Бөгөн аҙ форматлы сауҙаны ойоштороуҙа норматив-хоҡуҡи базаның камил булмауы, биҙәүҙә берҙәм архитектура стиленең юҡлығы, йәрминкәләрҙе ойоштороуҙа берҙәм электрон мәғлүмәт базаларының булдырылмауы, санкцияланмаған сауҙа кеүек проблемалар бар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Гусев.

Ошо үрҙә әйтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан “Башҡортостан Республикаһында йәрминкә эшмәкәрлеге үҫеше концепцияһы” эшләнгән. Ул республикалағы йәрминкә эшмәкәрлеген координациялау системаһы үҫешенә, республика тауар етештереүселәренә, йәрминкә эшмәкәрлегендә ҡатнашыусыларға, эшҡыуарҙарға һәм ҡулланыусыларға дәүләт ярҙамы саралары комплексын эшләүҙе индереп, йүнәлтелгән.

 

Мәғлүмәт һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас