Иҡтисад
6 Октября 2021, 13:30

Яңы завод асыласаҡ

Благовещенда тәҙрә-быяла етештереү проектын тормошҡа ашырыуға 325 миллион һум аҡса йүнәлтелә, һөҙөмтәлә 91 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Яңы завод асыласаҡЯңы завод асыласаҡ
Яңы завод асыласаҡ

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары исемлегенә "Гласс Сити" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен дә индерҙе.

Был ойошма "Благовещен" йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә поливинилхлоридтан һәм алюминдан төрлө төҫтәге тәҙрә конструкциялары, каркас һәм быяла пакеттар, шулай уҡ тәҙрә, балкон блоктары, лоджиялар, витраждар, москит селтәрҙәре, тәҙрә яҡлауҙары етештереү заводы төҙөргә ниәтләй.

"ПВХ-нан һәм алюминдан эшләнгән конструкциялар төҙөлөш тармағында киң файҙаланыла. Башҡортостанда йорттар һалыу тиҙлегенең юғары булыуына ҡарағанда, әлеге инвестиция проекты бик әһәмиәтле. Уны тормошҡа ашырыуға 325 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, 91 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк", – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Инвестиция проекты 2021 – 2028 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Цехтар төҙөүгә, биләмәне әҙерләүгә компания быйыл уҡ тотонорға тейеш.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52929

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас