

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Х Петербург халыҡ-ара газ форумында ҡатнаша. 8 октябргә тиклем барасаҡ ҙур йыйын программаһына ярашлы киң күргәҙмә программаһы күрһәтеләсәк, пленар ултырыштар, конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороласаҡ.
Башҡортостанға арналған стендта республикабыҙҙың газ тармағы буйынса иң алдынғы һәм ҡеүәтле алты предприятиеһы хаҡында мәғлүмәт бирелгән. Делегациялар уны диҡҡәт менән ҡарап сыҡты.
– Унынсы йыл рәттән үткәрелгән был форум газ яғыулығына иғтибарҙы арттырыуға һәм, ғөмүмән, ошо сәнәғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән, – тине Андрей Назаров, йыйылыусылар алдында сығыш яһап. – Шуны билдәләргә кәрәк: ҡатнашыусылар тарафынан ҡыҙыҡһыныу көслө, ойоштороу кимәле лә юғары. Һис шикһеҙ, сараның Башҡортостан өсөн дә әһәмиәте ҙур.
Республика Хөкүмәте етәксеһе форум барышында Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөләсәген белдергәйне. Бөгөн генә лә ул өс документҡа ҡул ҡуйҙы. Атап әйткәндә, “РариТЭК Холдинг” акционерҙар йәмғиәте менән төбәк ихтыяждары өсөн газ яғып эшләүсе автобустар һәм ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу мөмкинлеге хаҡында килешелде. “Нефть һәм газ ҡорамалдары етештереүселәр союзы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән Башҡортостан араһында республика иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү буйынса мәсьәләләрҙе яйға һалыу, хеҙмәттәшлекте нығытыу, аналитик мәғлүмәттәр алмашыу йәһәтенән ниәттәр рәсмиләштерелде. Шулай уҡ Премьер-министр Андрей Назаров менән “Салауат катализаторҙар заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Дмитрий Медведев хеҙмәттәшлектең төп принциптары билдәләнгән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Артабан республика Хөкүмәте Премьер-министры беҙҙә транспорт сараларын газ яғыулығына күсерергә ҡарар итеүселәргә ярҙам буйынса эштең системалы алып барылыуын, ауылдарға “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреүгә ҙур иғтибар бүленеүен белдерҙе.
– Был йәһәттән Башҡортостандың күрһәткестәре Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән юғарыраҡ. Әле илдә газ менән тәьмин ителеш 72 процент булһа, беҙҙә – 83 процент. 2024 йылғаса был йәһәттән 90 процентлыҡ үҫешкә өлгәшергә маҡсат ҡуйғанбыҙ, – тине ул.
Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52933