Иҡтисад
7 Октябрь 2021, 09:00

Башҡортостан биләмәһенә ҡош киҙеүе үтеп ингән

Белгестәр ауыл халҡын һалҡындарҙы көтмәйенсә өйрәк-ҡаҙҙарҙы һуя башларға саҡыра. Ә инде ҡоштар ҡырыла башлаған осраҡта 8 800 775 58 28 номеры буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш»кә шылтыратыу кәңәш ителә.   

Башҡортостан биләмәһенә ҡош киҙеүе үтеп ингәнБашҡортостан биләмәһенә ҡош киҙеүе үтеп ингән
Башҡортостан биләмәһенә ҡош киҙеүе үтеп ингән

Хәүефле вирус Туймазы районы Бишҡурай ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығында теркәлгән. Белгестәр фаразлауынса, йорт ҡаҙҙары йоғошло киҙеү менән ҡырағай ҡоштар тубына ҡушылғандан һуң ауырый башлаған.

Бынан тыш, сирҙең ашлыҡ менән дә инеүе ихтимал. Әле был хәл буйынса ваҡиға урынында тикшереүҙәр ойошторолған.

Туймазы районындағы хужалыҡ ауырыу арҡаһында ҙур юғалтыуҙар кисерә. Йәй буйына фермаларҙа аҫралған ҡаҙҙарҙың күбеһе бер нисә көн эсендә һәләк була. Ҡоштарҙың күпләп ҡырылыуының сәбәбен белгестәр киҙеү менән аңлата.

Әлеге мәлдә тикшереү һөҙөмтәләре вирустың үлгән ҡоштарҙа ла, ҡатнаш аҙыҡта ла булыуын күрһәткән. Бер үк ваҡытта хужалыҡта тағы ла ике меңдән ашыу ҡаҙ ҡалған. Әммә уларын да яндырыу өсөн ауыл эргәһендә соҡор ҡаҙыла. Ә был ваҡытта ҡурҡыныс сир таралған Бишҡурай ауылы айырыуса һаҡ аҫтына алынған. Ветеринарҙар төбәккә килеүсе һәр автомобилгә дезинфекция үткәрә.

Сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн урындағы белгестәр шәхси ихаталар буйлап йөрөп сыҡҡан. Әле Бишҡурайҙа һәм күрше ике ауылда 500-ләп ҡош-ҡорт аҫрала. Белгестәр уларын да юҡ итергә ҡушҡан. 

Ҡош киҙеүе Башҡортостанға тәүге тапҡыр үтеп ингән. Бындай хәлгә юл ҡуймау өсөн белгестәр хужаларҙың ҡош-ҡорттарҙы бикле тотоуҙарын һорай. Шулай уҡ улар ауыл халҡын һалҡындарҙы көтмәйенсә өйрәк-ҡаҙҙарҙы һуя башларға саҡыра. Ә инде ҡоштар ҡырыла башлаған осраҡта 8 800 775 58 28 номеры буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш»кә шылтыратыу кәңәш ителә.   

Рәзинә ШӘРИПОВА, Башҡортостандың ветеринария идаралығы матбуғат хеҙмәткәре:

  • Туймазы районының Бишҡурай ауылында урынлашҡан “Алтын ҡаҙ” крәҫтиән (фермер) хужалығының ҡаҙҙары эргәләге күлдә аҫралған. Һыу ятҡылығына осар ҡоштар ҙа төшкәнен күргәндәр. Әлегә хәлде белгестәр тикшерә. Ҡырағай ҡоштар – вирусты йөрөтөүселәр. Хужалыҡта биш меңдән ашыу ҡаҙ аҫрала. Тәү сиратта йорт ҡоштарын ҡырағай ҡоштар менән бәйләнеш булмаһын өсөн ихатанан сығармаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Билдәһеҙ етештереүселәрҙән ҡатнаш аҙыҡ, ем, шулай уҡ ҡош-ҡорт алыуҙан баш тартығыҙ. Һуғымға әҙерләнгән ҡоштарҙы әле үк һуйырға кәңәш ителә.

фото: sp-kazanka.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас