Иҡтисад
7 Октябрь 2021, 17:45

Был тармаҡта эш күп

X Петербург халыҡ-ара газ форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром төбәк-ара газ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Сергей Густов менән осрашты.

Был тармаҡта эш күпБыл тармаҡта эш күп
Был тармаҡта эш күп

Бөгөн, 7 октябрҙә, X Петербург халыҡ-ара газ форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром төбәк-ара газ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Сергей Густов менән осрашты. Улар газ үткәреү буйынса пландарҙы һәм республикала өҫтәмә газ үткәреү буйынса социаль программаны тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром” компанияһы идаралығы рәйесе Алексей Миллер менән 2021 - 2025 йылдарҙа республиканы газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү программаһына ҡул ҡуйҙы. Был документҡа ярашлы, зәңгәр яғыулыҡ 172 ауылға килеп етәсәк, һөҙөмтәлә 26 мең йортҡа, социаль объекттарҙы йылылыҡ менән тәьмин иткән 280 ҡаҙанлыҡҡа газ үткәреү мөмкинлеге бирәсәк. Инвестиция күләме 13,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был алдағы биш йыллыҡ менән сағыштырғанда алты тапҡырға күберәк.

Төбәккә газ үткәреү программаһын тәбиғи яғыулыҡты газ үткән ауылдарҙа йорт хужалыҡтары сигенә тиклем бушлай килтереүҙе күҙ уңында тотҡан социаль өҫтәмә газ үткәреү программаһы менән синхронлаштырғандар. Ул илдә быйыл йәй Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән старт алды.

Башҡортостанда өҫтәмә газ үткәреү программаһы 2,6 мең ауылға ҡағыласаҡ. Торбаларҙы 176744 йорт хужалығына тиклем килтерәсәктәр, уларҙың 61673-өнә тейешле ғаризалар булған осраҡта ағымдағы йыл аҙағына тиклем килеп етәсәк, ҡалғандары – 2022 йылда. Был төбәктә газ үтеү кимәлен ун процентҡа арттырыу мөмкинлеге бирәсәк, әле ул күрһәткес – 83,6 процент.

Йорт хужалары заявканы Күп функциялы үҙәк офистарында, “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһының клиент үҙәктәрендә, уның рәсми сайтында һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирә ала.

Ил етәкселеге ҡуйған бурысты үтәүҙе координациялау өсөн Башҡортостанда газ үткәреү буйынса төбәк штабы булдырылған. Уның беренсе ултырышын Радий Хәбиров 30 июлдә үткәргәйне.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостанда 2019 йылдан алып айырым категорияға ҡараған граждандар өсөн йорттарына газ үткәреүгә сертификаттар биреү программаһы ла тормошҡа ашырыла. Шулай Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары 100 мең һумлыҡ сертификат алыу мөмктнлегенә эйә. Шулай уҡ социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид балалары булған һәм ишле ғаиләләр 60 мең һумлыҡ сертификат ала. 1 октябргә ҡарата ошондай 5851 документ бирелгән.

– Бөгөн беҙ республикала 2025 йылға тиклем газ үткәреү программаһын тикшерҙек. Ул, үткән биш йыллыҡ менән сағыштырғанда, бер нисә тапҡырға ҙур. Шуға күрә программаның үтәлешен һәр ваҡыт тикшереп торорға кәрәк. Беҙҙә аҡса һәм ресурстар бар, тик бөтә объекттарҙы әҙерләүҙе синхронлаштырыу, халыҡ менән эшләү мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Икенсеһе - Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған өҫтәмә газ үткәреү социаль программаһы. Унда ла нескәлектәр күп. Беҙ быйыл йыл аҙағына тиклем һәм киләһе йылда нимә эшләргә кәрәклеген тикшерҙек.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас