

Х Петербург халыҡ-ара газ форумы майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром СПГ технологиялар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (“Газпром” йәмғиәтенә ҡарай) директорҙар Советы рәйесе Алексей Кахидзе менән осрашты. Улар төбәк биләмәһендә автозаправкалау станциялары селтәрен үҫтереү мәсьәләһен ҡараны.
Мәғлүм булыуынса, 2019 йылдың сентябрендә республика Хөкүмәте менән “Газпром СПГ технологиялар” йәмғиәте етештереүҙе үҫтереү һәм шыйыҡ тәбиғи газды файҙаланыу тураһында килешеү төҙөгәйне. Атап әйткәндә, унда Стәрлетамаҡ районында тәбиғи газды шыйығайтыу буйынса комплекс төҙөү күҙ уңында тотола.
Алдараҡ “Газпром СПГ технологиялар” йәмғиәте Өфөләге “Транстерминал” предприятиеһына мотор яғыулығы итеп шыйыҡ тәбиғи газды ҡулланған “КамАЗ” автомобиль йөк тракторын файҙаланыуға тапшырҙы.
"Газды шыйығайтыу буйынса комплексты төҙөү раҫланған график буйынса бара. Шулай уҡ Башҡортостанда алты криоген заправкалау станцияһы төҙөргә йыйынабыҙ", – тине Алексей Кахидзе.
Радий Хәбиров төбәктә газ мотор яғыулығында эшләгән техника паркын арттырыуҙары тураһында белдерҙе. Һүҙ республика һәм муниципаль предприятиелар, шулай уҡ шәхси компаниялар өсөн ғәҙәттә файҙаланылған бензин һәм дизель яғыулыҡҡа ҡарағанда шыйыҡ тәбиғи газды ҡулланыу отошло булыуы хаҡында бара.