

Бөгөн Х Петербург халыҡ-ара газ форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Олег Аксютин һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһының генераль директоры урынбаҫары Дмитрий Леликов ниәттәр тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, “Ростех” составына ингән Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән республикала “Газпром” мәнфәғәтендә индустриаль двигателдәр йыйыу һәм һынау комплексын төҙөйәсәк.
– Республиканың ике стратегик партнеры – “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһы менән килешеүгә ҡул ҡуйыу Башҡортостанда газ һурҙырыу агрегаттары өсөн двигателдәр етештереүҙе ойоштороу йәһәтенән уникаль проектҡа нигеҙ һалды. 2024 йылда уны ғәмәлгә индереү төбәктә яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Үҙебеҙҙең яҡтан инвестиция проектына тейешле ярҙам күрһәтербеҙ.
Яңы предприятие газ һурҙырыу агрегаттары составында ҡулланыу өсөн юғары һөҙөмтәле газ турбиналы күсергестәр йыясаҡ. Ул шулай уҡ көс ҡулайламаларын йүнәтеү һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнәсәк. Берләштерелгән двигателдәр корпорацияһы йәнә АЛ-41СТ-25 сәнәғәт двигателен эшләүгә инвестиция йүнәлтергә ниәтләй. Дмитрий Леликов әйтеүенсә, Өфөләге етештереү-технологик комплекс йыл һайын 50-гә тиклем заманса һәм һөҙөмтәле двигателде йыйыуға, һынауға, ремонтлауға иҫәпләнә. Был “Газпром”дың “АЛ” серияһына ҡараған индустриаль көс ҡулайламаларына арта барған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү мөмкинлеген бирәсәк. АЛ-41СТ-25 двигателенең тәүге ике тәжрибә өлгөһөн 2022 йылда йыйыу планлаштырыла. Уларҙы 2023 йылда һынау һәм файҙалана башлау күҙаллана.
Форумда республика Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ “Газпром” һәм “ОДК-УМПО” йәмғиәттәре белгестәрен берлектә уҡытыу программаларын төҙөү, тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһына ҡул ҡуйыу сараһында ҡатнашты. Әҙерлек “ОДК-УМПО” йәмғиәтенең етештереү майҙансығында, Өфө дәүләт нефть техник университетында асылған “Газ сәнәғәтендә һанлы технологиялар” кафедраһында барасаҡ.
Документҡа “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов, “ОДК Инжиниринг” генераль директорының беренсе урынбаҫары Таһир Ниғмәтуллин, “ОДК-УМПО” йәмғиәтенең идарасы директоры Евгений Семивеличенко, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин, шулай уҡ “Газпром трансгаз Томск” йәмғиәте генераль директоры Владислав Бородин, Томск милли тикшеренеү политехник университеты директоры вазифаһын башҡарыусы Дмитрий Седнев ҡул ҡуйҙы.
– Иң мөһиме – газ һурҙырыу өсөн двигателдәр эшләү йәһәтенән республикабыҙ, беҙҙең “ОДК-УМПО” һәм “Газпром” кооперацияһы мәсьәләһендә ниәттәрҙе нығыттыҡ. Был стратегик документ беҙҙең машиналар эшләү предприятиеһын продукцияға тотороҡло ихтыяж менән тәьмин итәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146220.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146220.html