

7 октябрҙә Х Петербург халыҡ-ара газ форумы барышында Ҡырмыҫҡалы районындағы автомобилдәргә газ тултырыу компрессорлы станцияһын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһы булды. Был эшкә стартты видеобәйләнеш режимында “Газпром” йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Виктор Зубков һәм “Газпром газ-мотор яғыулығы” йәмғиәте директоры Тимур Соин бирҙе. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Ҡырмыҫҡалылағы быйыл ғинуарҙа автомобилдәргә газ тултырыу компрессорлы станцияһын төҙөй башлағайнылар. Уның ҡеүәте – йылына 7,9 кубометр. Станцияла тәбиғи газда (метан) автотранспортты заправкалау өсөн алты пост ҡуйылған.
Х Петербург халыҡ-ара газ форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром газ-мотор яғыулығы” йәмғиәте директоры Тимур Соин менән осрашты. Улар тәбиғи газды яғыулыҡ булараҡ файҙаланыу күләмен арттырыу, республикала автомобилдәргә газ тултырыу компрессорлы станцияһы селтәрен арттырыу хаҡында һөйләште.
Радий Хәбиров уҙған йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре араһында газ-мотор яғыулығы баҙары үҫеше йәһәтенән 10-сы урын биләүе тураһында әйтте. Республикала автомобилдәргә газ тултырыуға тәғәйенләнгән 28 компрессорлы станция эшләй. Был күрһәткес буйынса төбәк илдә өсөнсө урында.
- “Газпром” – был эштә төп партнерыбыҙ. Шәхси бизнес та әүҙем ҡатнаша, - тине төбәк етәксеһе. – Дөйөм көс менән 2022 йыл аҙағына республикала автомобилдәргә газ тултырыу компрессорлы станциялары һанын 48-гә еткермәксебеҙ. Үҙебеҙҙең яҡтан был йүнәлештең үҫеше өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ, ә иң мөһиме – инфраструктураны барлыҡҡа килтерәбеҙ, автотранспорттың тәбиғи газға күсеүенә этәргес бирәбеҙ, газ-мотор яғыулығында эшләгән автобустар һатып алабыҙ. Кисә генә “Башавтотранс”ҡа метанды төп яғыулыҡ итеп файҙаланған 60 автобус тапшырҙыҡ. Был иҡтисад менән экология өсөн отошло.
Тимур Соин “Газпром газ-мотор яғыулығы” йәмғиәтенең Башҡортостанда 20 автомобилгә газ тултырыу компрессорлы станцияһы барлығы хаҡында белдерҙе. Бөгөн йәнә Ҡырмыҫҡалы ауылында ла берәү өҫтәлде. Планда – быйыл тағы бер һәм киләһе йыл өс станцияны сафҡа индереү.
Фото: glavarb.ru