Иҡтисад
8 Октября 2021, 13:30

Һалым ҡануниәтендә үҙгәреш көтөлә

Ул төп капиталға инвестициялар ағымын көсәйтеү, предприятиеларҙағы төп етештереү фондтарын модернизациялау, республиканың инвестиция йәлеп итеү һәләтен арттырыу кеүек маҡсаттарға йүнәлтелгән.

Һалым ҡануниәтендә үҙгәреш көтөләҺалым ҡануниәтендә үҙгәреш көтөлә
Һалым ҡануниәтендә үҙгәреш көтөлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты ултырышында сығыш яһап, республиканың финанс министры Лира Иғтисамова депутаттар иғтибарына бер нисә закон проектын тәҡдим итте.

Атап әйткәндә, "Ойошмаларҙың мөлкәтенә һалым тураһында" һәм "Транспортҡа һалым тураһында" Башҡортостан Республикаһы закондарына үҙгәреш индереү күҙ уңында тотолған "Башҡортостан Республикаһының һалым тураһында айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында", шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ойошмаларҙың килеменә һалым буйынса инвестицион һалым ҡайтармаһын ҡулланыу хаҡында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" закон проекттары тураһында һүҙ барҙы.

Тәүге закон проекты һаулыҡ һаҡлау тармағының Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды иҫәбенә финансланған бюджет, ҡаҙна һәм автономиялы учреждениеларын мөлкәткә һалымдан азат итеү мәсьәләһенә арналған. "Был документ республикалағы һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының тотороҡло эшләүен тәьмин итеү ниәтендә булдырылды", – тине финанс министры.

Оҙаҡламай Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының төҙәтмәләре һәм өҫтәмәләре ғәмәлгә инергә тейеш, тимәк, төбәктең ошо өлкәгә ҡағылышлы ҡануниәте лә яңырмай ҡалмаясаҡ. Комитет ултырышында тәҡдим ителгән ике закон проекты ла башлыса шуға бәйле. Үҙгәрештәр төп капиталға инвестициялар ағымын көсәйтеү, предприятиеларҙағы төп етештереү фондтарын модернизациялау, республиканың инвестиция йәлеп итеү һәләтен арттырыу кеүек маҡсаттарға йүнәлтелгән.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52963

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас