Иҡтисад
8 Октябрь 2021, 09:00

“Бөтә проекттарҙың үҙәгендә кеше торорға тейеш”

Кәңәшмәлә кураторлыҡ институты нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙы яҡланылар.

“Бөтә проекттарҙың үҙәгендә кеше торорға тейеш”“Бөтә проекттарҙың үҙәгендә кеше торорға тейеш”
“Бөтә проекттарҙың үҙәгендә кеше торорға тейеш”

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров видеоконференцэлемтә тәртибендә Волга буйы федераль округындағы субъекттарҙың башлыҡтары менән төбәктәрҙе социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Рәсәй Хөкүмәтенең Координация үҙәгендә уҙғарылған сарала Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченок та ҡатнашты.

Кәңәшмәлә ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин тарафынан раҫланған кураторлыҡ институты нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙы икенсе тапҡыр алдан яҡлау булды. Был мәсьәлә буйынса Удмурт Республикаһы, Пермь крайы, Ырымбур, Пенза һәм Һарытау өлкәләре етәкселәре сығыш яһаны.

Дмитрий Чернышенко әйтеүенсә, беренсе төбәктәр төркөмө – Башҡортостан, Татарстан, Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәләре – проекттарҙы тәүге яҡлау сараһынан һуң уларҙың паспорттарын тултырып, өҫтөнлөктәрҙе билдәләү, камиллаштырыу буйынса эш башланы.

Вице-премьер, тәҡдим ителгән проекттарға халыҡтың мөнәсәбәте мотлаҡ иҫәпкә алына, тип билдәләне. “Беҙҙе бөтә баһалар, ыңғайҙары ла, киреләре лә, ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ был проекттар буйынса социологик һорауламалар ойошторорға кәрәк. Координация үҙәге майҙансығында бәйләнешкә инеү өсөн 13 алым бар. Төбәк башлыҡтары, һеҙҙән проекттарҙы һайлағанда һәм өҫтөндәрен билдәләгәндә ошо мәғлүмәттәргә таяныуҙы һорайым. Тормошҡа ашырылған проекттарҙың халыҡ ихтыяжына аныҡ яуап биреүе ил Хөкүмәте өсөн бик мөһим”, – тине ул.

Игорь Комаров проекттары тикшерелгән биш төбәктең һәр ҡайһыһының үҙенсәлектәрен телгә алды. Уның әйтеүенсә, тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса уларҙың барыһында ла сәнәғәт етештереүенең үҫеше күҙәтелә, уның ҡарауы, төп капиталға инвестиция күләме кәмегән. “Ошоға бәйле төбәк башлыҡтарынан инвестиция әүҙемлеген дәртләндереү өсөн федераль кимәлдә барлыҡҡа килгән яңы алымдарға иғтибар итеүҙе һәм уларҙы файҙаланыуҙы үтенәм”, – тине ул.

Игорь Комаров билдәләүенсә, “бөтә проекттарҙың, ҡарарҙарҙың һәм программаларҙың үҙәгендә кеше торорға тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путин да ошо турала даими әйтә. Беҙҙең бурыс – граждандарҙың тормош сифатын һиҙелерлек яҡшыртыу”.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Дмитрий Чернышенко төбәктәргә 14 октябргә тиклем иҫкәрмәләр буйынса проекттарҙағы етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә һәм паспорттарын тапшырырға ҡушты. Киләһе ултырыш 21 октябрҙә була. Унда Сыуашстан, Мордовия, Ульяновск, Киров өлкәләре, Марий Эл Республикаһы проекттары тәҡдим ителә.

Фото: https://rodpro56.ru/

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас