Иҡтисад
8 Октябрь 2021, 04:30

Башҡортостан тауарҙары — Мәскәүҙә

Мәскәүҙә үткән XXIII “Алтын көҙ-2021” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә “Башҡортостан продукты” проекты дипломанттары үҙ тауарҙарын күрһәтте.

Башҡортостан тауарҙары  — МәскәүҙәБашҡортостан тауарҙары  — Мәскәүҙә
Башҡортостан тауарҙары — Мәскәүҙә

“Республика предприятиеларының Рәсәй сараһында ҡатнашыуы уларҙың ҙур мөмкинлектәрен күрһәтеп кенә ҡалмай, ә ҡулланыусылар араһында Башҡортостан етештереүселәрен танытыуға ла өлгәшә”, — тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев.

XXIII “Алтын көҙ-2021” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе - илдең агросәнәғт комплексы өлкәһендәге мөһим ваҡиға. Бында ауыл хужалығы техникаһы етештереүҙәге, малсылыҡты үҫтереүҙәге, органик ашлама эшләп сығарыуҙағы һуңғы ҡаҙаныштар менән танышырға мөмкин.

Башҡортостандың коллектив экспозицияһында  “Самирель” һәм “САВА” йәмғиәттренең тултырмалары һәм затлы ит ризыҡтары, «Laycy Queen» йәмғиәтенең кондитер аҙыҡтары, “Башкирский гусь” йәмғиәтенең ҡаҙ ите, Бәләбәй һөт комбинатының һөт һәм сыр ризыҡтары, Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгенең бал продукцияһы һәм башҡа тауарҙар күрһәтелде.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас