Иҡтисад
8 Октябрь 2021, 14:30

Бишенсе урындабыҙ

Республиканың рейтингта күтәрелеүе муниципаль программаларҙың арттырылыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Бишенсе урындабыҙБишенсе урындабыҙ
Бишенсе урындабыҙ

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларға һәм социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү механизмдарын тормошҡа ашырыу, 2020 йылда дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙың социаль өлкәлә хеҙмәттәр күрһәтеүе һөҙөмтәләре буйынса рейтинг баҫтырҙы. Ул Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә төҙөлгән.

Төбәктәрҙән (беренсенән етенсе урынға тиклем) Ханты-Манси автономиялы округы, Краснодар крайы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Төмән өлкәһе, Башҡортостан, Хабаровск крайы һәм Ненец автономиялы округы лидер тип танылды.

"Башҡортостан Хөкүмәте шәхси секторҙы социаль өлкәгә, шул иҫәптән дәүләттең финанс, мәғлүмәт ярҙамын йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләй. Социаль эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселектең күп мәсьәләләрен хәл итә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн эш урындары барлыҡҡа килә, махсуслашҡан хеҙмәттәр күрһәтелә, ҙур ихтыяж менән файҙаланылған тауарҙар сығарыла, ял ойошторола һәм башҡалар", - тип белдерҙе республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Башҡортостан рейтингтағы был төркөмдә даими урын ала, 2019 йылда ғына төшкәйне. Былтыр иһә республика 25-се урындан 5-сегә күтәрелде. Был муниципаль программаларҙың арттырылыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр ителә тикшереүҙә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың социаль эшҡыуарҙар реестрында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 316 субъект бар. Был, былтырғы осор менән сағыштырғанда, 123 предприятиеға күберәк.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52966

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас