

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин эшҡыуарҙар өсөн милекте онлайн рәүештә теркәү мөмкинлеге тураһында бизнес йәмғиәтендә аңлатыу эштәре алып барырға ҡушты.
“Милекте теркәү буйынса процедураларҙың йоғонтололоғо” милли рейтингы шарттары тураһындағы мәсьәлә бөгөн Башҡортостанда инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышында ҡаралды.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец билдәләгәнсә, ойошмаларҙың һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың милекте теркәтеүгә киткән ваҡыты уртаса 10,55 көн тәшкил итә. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес насарайған. 2019 йылда республика был күрһәткес буйынса “В” төркөмөндә килһә, былтыр ул “А” төркөмөнә күскәйне. Шулай булһа ла, эксперттар биргән баһа түбәнәйгән.
“Росреестр”ҙың республика буйынса етәксеһе Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесенә һәм Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилгә электрон хеҙмәтләндереүҙе популярлаштырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Александр Сидякин 2020 йылда ошо маҡсатлы күрһәткесте һигеҙ көн итеп билдәләргә һәм кадастр инженерҙары араһында аңлатыу эшен әүҙемләштерергә ҡушты.
Фото: investrb.ru.