

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
– Санкт-Петербургтағы газ форумында “Газпром” вәкилдәре менән осраштыҡ. Хеҙмәттәшлек хаҡында һөйләштек, уны тағы һөҙөмтәлерәк итеү хаҡында фекер алыштыҡ.
Башҡортостанда “Газпром”дың 19 предприятиеһы эшләй. Был – 4,5 мең километр газ үткәргес магистрале, 12 компрессор цехы, 146 газ бүлеү станцияһы. Компанияла хеҙмәтләндереүҙә – 1,4 миллион йорт, 16 мең сәнәғәт һәм коммуналь-хеҙмәтләндереү ҡулланыусыһы. Республикала газ үткәреү кимәле – 83 проценттан ашыу, был ярайһы уҡ юғары. Ғөмүмән, беҙҙең төбәк газ системаһы илдәге алдынғы урындарҙың береһен биләй. Быға газды яҡшы эшкәртеү булышлыҡ итә. Уның менән шөғөлләнгән “Газпром Нефтехим Салауат” углеводород сеймалын эшкәртеү циклын ойошторған һәм 150-нән ашыу продукция – бензин, дизель яғыулығы, мазут, битум һ.б. етештерә.
Күп кенә яңы етештереү ысулдары булған сәнәғәт кластеры ойошторорға планлаштырабыҙ. “Газпром Нефтехим Салауат” эргәһендәге “Алға” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә цехтар урынлашасаҡ. Был импортҡа алмашты, экспортҡа һатыуҙы арттырасаҡ, һалым килемен күбәйтәсәк.
Хеҙмәттәшлектең тағы бер йүнәлеше – Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә “Газпром”дың компрессорлы станциялары өсөн газ турбиналы двигателдәрҙе етештереүҙе ойоштороу. Киләсәктә проект республика иҡтисадына 100 миллиард тирәһе һум йәлеп итәсәк.
Газ яғыулығына күскән автомобилселәр һаны ла арта. Был финанс йәһәтенән отошло. Шуға булған 28 газ заправкалау станцияһы урынына ике йылда тағы 20-не өҫтәмәксебеҙ.
Бынан тыш, республикала газ моторы техникаһын хеҙмәтләндереү һәм ҡайтанан йыһазландырыу буйынса ҙур хеҙмәтләндереү цехы төҙөйәсәкбеҙ. Унда автобустарҙы ла, йөк машиналарын да, еңел автомобилдәрҙе лә ҡабул итәсәктәр.
Дөйөм алғанда, күп мөһим мәсьәләләр хаҡында һөйләштек. Улар республикала газ менән тәьмин итеүгә, газ үткәреүгә һәм башҡа йүнәлештәргә бәйле. Был эште республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров менән дауам итәсәкбеҙ, – тип хәбәр итте ул.
- Айһылыу НИЗАМОВА.