

Өфөләге Көнсығыш сығыу юлы – һуңғы йылдар эсендә Башҡортостандағы иң мөһим транспорт проекты. Ул Өфөнөң үҙәк өлөшөн М-5 “Урал” трассаһы менән тоташтыра.
“Башҡортостан концессия компанияһы” (ВТБ Инфраструктура Холдингы эсенә инә) Өфөнән М-5 федераль әһәмиәттәге автомобиль юлына сығыу проекты (Көнсығыш сығыу юлы) өсөн “Росинфра” инфраструктура өлкәһендәге милли премияға лайыҡ булды.
– Көнсығыш сығыу юлы – һуңғы йылдар эсендә Башҡортостандағы иң мөһим транспорт проекты. Ул Өфөнөң үҙәк өлөшөн М-5 “Урал” трассаһы менән тоташтыра. Уның ярҙамында беҙ ҡала үҙәгенән һәм аэропорт яғына барған юлдан көсөргәнеште кәметәбеҙ. Бынан тыш, яңы проект беҙҙең төҙөлөш тармағындағы үҫеш мөмкинлектәрен киңәйтергә ярҙам итәсәк. Әле ҡалала төҙөлөш майҙандары етмәй, яңы юл асылғас, беҙ Ҡариҙел аръяғында йорттар төҙөй алабыҙ. Торлаҡ төҙөлгәс, яңы эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк, бәләкәй бизнес хеҙмәттәре өсөн ихтыяж да артасаҡ, – тине рөспублика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
ВТБ Инфраструктура Холдингының генераль директоры Олег Панкратов белдереүенсә, улар теләһә ниндәй проектты тормошҡа ашыра башлаған саҡта уның халыҡҡа, дәүләткә һәм экологияға ниндәй һөҙөмтә килтерәсәге тураһында уйлай.
– Был проект Башҡортостан өсөн бик мөһим, сөнки уны тормошҡа ашырыу төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһай. Көнсығыш сығыу проекты Өфө агломерацияһын үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр бирә. Уның файҙаһын халыҡ бер нисә йыл эсендә тулыһынса баһалаясаҡ, – ти республиканың транспорт министры Александр Булушев. – Беҙ әүҙем рәүештә төҙөлөш тиҙлеген арттырабыҙ, әле объектта 2400 кеше һәм 160 берәмек техника эшләй. Сентябрь аҙағына ҡарата проекттың техник әҙерлеге 28,5 процентҡа баһалана.
“Башҡортостан концессия компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Асабали Закавов белдереүенсә, улар милли премияны “Сифатлы инфраструктура инвестицияһы” номинацияһында алған. Был бик мөһим.
– Төп бурысыбыҙ эксперттарға “Көнсығыш сығыу юлы” проектының ESG принциптарына тулы кимәлдә тап килеүен дәлилләү ине. Беҙ тәбиғәт ресурстарын маҡсатҡа ярашлы файҙаланабыҙ, һыуҙы тотоноуҙы һәм үҙебеҙ булдырған ҡалдыҡтарҙы кәметеп барабыҙ. Төҙөлөш артынса ерҙе тергеҙәбеҙ, һыу ятҡылыҡтарының биологик ресурстарын тулыландырабыҙ. Проектҡа урындағы халыҡ һәм урындағы бизнес вәкилдәре йәлеп ителергә тейеш тигән фекерҙәбеҙ. Шулай урындағы етештереүселәр менән дөйөм суммаһы биш миллиард һум булған килешеү төҙөргә йыйынабыҙ. Проектты тормошҡа ашырыу төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индерә, республика халҡының тормошон яҡшырта, автомобиль юлдарын үҫтереү мөмкинлеген бирә, – тине ул.
- Ә. ӘЙҮПОВА.