Иҡтисад
8 Октябрь 2021, 04:00

Меңләп һыйырҙа лейкоз ауырыуы...

"Россельхознадзор" идаралығы белгестәре республикала һыйыр малын тикшергән һәм күпләп ошо ауырыуҙы асыҡлаған.

Меңләп һыйырҙа лейкоз ауырыуы...Меңләп һыйырҙа лейкоз ауырыуы...
Меңләп һыйырҙа лейкоз ауырыуы...

"Россельхознадзор" идаралығы республикала меңләгән һыйырҙа лейкоз ауырыуы тапҡан. Бөрө, Благовещен, Йәрмәкәй, Иглин, Кушнаренко, Өфө райондарындағы ауыл хужалығы предприятиеларында малдың һаулығын тикшергән ваҡытта белгестәр ошо ауырыуға юлыҡҡан. Йәмғеһе дүрт меңгә яҡын һыйырҙың ҡанын алып, лаборатор анализ эшләгәндәр, меңдән ашыу һыйырҙың вируслы лейкоз ауырыуы менән сирләүе асыҡланған.

Ауырыу табылған хужалыҡтарҙа карантин иғлан ителгән, сирләгән мал башҡаларҙан айырым тотола.

Башҡортостандың ветеринария үҙәге етәксеһе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов: "Хәлде күҙәтеү аҫтына алдыҡ, ауырыу артабан таралмаһын өсөн белгестәр барыһын да эшләне. Вирус табылған хужалыҡтарҙа бындай һөттө ҡайнатмайынса эсергә ярамай, ә итен ашауҙан тыйылырға кәрәк. Онкологик вирустар организмда туплана һәм зарарлы матдәләр йыйыла. Шуға кешенең ағыуланыуы ихтимал", - ти.

Әлеге мәлдә һыйырҙарҙа табылған лейкоз кеше өсөн хәүефле түгел, әммә вирус мутацияға һәләтле. Шуға уның яңы штаммдары барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был инде үҙ сиратында кеше һаулығы өсөн зыянлы булыуы мөмкин.

Фото stroy-podskazka.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас