

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында үткәрелгән “Хөкүмәт сәғәте”ндә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов “2021 йылғы ҡоролоҡ арҡаһында Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығында тыуған хәл һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар тураһында”ғы доклад менән сығыш яһаны. Крәҫтиәндәр тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡаршы тороп өйрәнгән, әлбиттә, шулай ҙа ошондай һәр осорҙоң үҙ проблемалары етерлек, улар төрлө кимәлдә кисектергеһеҙ саралар күреүҙе талап итә. Илшат Илдус улына ошоға бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
– Илшат Илдус улы, ауыл хужалығының игенселек тармағындағы быйылғы ҡатмарлы эшмәкәрлеккә ниндәй баһа бирергә мөмкин? Ҡоролоҡ шарттары тотош Рәсәйгә хас булды, ахыры...
– Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып алыу тамамланды. Бөтәһе 2,2 миллион тонна иген йыйылды. Был үткән йылдағынан ике тапҡырға аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта игендең сифаты яҡшыраҡ. Әгәр ҙә былтыр етештереүҙең дөйөм күләмендә 3-сө класлы бойҙай һигеҙ процент ҡына тәшкил итһә, быйыл ул 38 процентҡа етте. Арыштың да сифаты һәйбәтерәк: былтыр был культураның беренсе класлыһы дөйөм уңыштың алты процентын алып торһа, быйыл ошо күрһәткес 32,5 процент булды.
Рәсәй төбәктәре буйынса алғанда, иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар етештереү кәмерәк : 15 сентябргә ҡарата ил буйынса уңыш гектарынан 26,5 центнер булды, был былтырғы кимәлдән 2,8 центнерға аҙыраҡ. Ошо уҡ көнгә ҡарата иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың тулайым йыйымы 99,4 миллион тонна тәшкил итте – шулай уҡ үткән йыл менән сағыштырғанда 13,4 процентҡа кәмерәк.
Волга буйы федераль округында хәл ҡатмарлыраҡ. Былтыр уңыш гектарынан 25,4 центнер булһа, быйыл 15,8 центнер ғына. Һуғып алынған күләм үткән йыл 31 миллион тонна ине, быйылғыһы 18,4 миллион тоннаға ғына етте. Башҡортостан Волга буйы федераль округында һуғып алынған игендең кәмеү тиҙлеге буйынса өсөнсө урында тора – түбән төшөү 45,6 процент тәшкил итте. Ырымбур өлкәһендә был күрһәткес 60,6 процентҡа, Татарстанда 54,5 процентҡа кәмегән.
– Был хәл аңлашыла ла – йәй буйы ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырҙы, ямғыр бөтөнләй булманы...
– Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, республиканың 54 районында һәм бер ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл индерелгәйне. Барлығы 593 мең гектар ер зыян күрҙе, шул иҫәптән 304 мең гектарында үҫемлектәр юҡҡа сыҡты. Бынан тыш, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында 500 гектар ерҙе ҡоротҡостар һәләк итте. Билдәле булыуынса, үҫемлектәр үҫеү һәм өлгөрөү осоронда республиканың барлыҡ райондарында аномаль эҫе температура һәм дымға үтә ҙур ҡытлыҡ кисерелде. Бындай хәл 2010 йылда ла күҙәтелгәйне. Быйыл температура норманан 3,6 градусҡа юғарыраҡ, ә яуым-төшөм миҡдары ике тапҡырға аҙыраҡ булды. Май айынан алып август тамамланғансы республика биләмәһендә хәүефле агрометеорологик шарттар – тупраҡтың кибеүе, атмосферала дым булмауы һәм ҡоро ел иҫеүе – хөкөм һөрҙө.
– Күреп торабыҙ: республикабыҙ Хөкүмәте ауыл хужалығын ярҙамһыҙ ҡалдырмай.
– Эйе, Башҡортостан Хөкүмәте был эҙемтәләрҙе еңеп сығырға һәм быйылғы уңышты һаҡлап ҡалырға йүнәлтелгән барлыҡ сараларҙы күрә. Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн оператив штаб ойошторолдо, саралар планы раҫланды һәм аҙна һайын ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмә уҙғарылды, шул иҫәптән – райондарға сығып.
Ҡоролоҡ арҡаһында аграрийҙарҙың түләү һәләте кәмеү сәбәпле, республика Хөкүмәте уларҙың бурысын айырым ҡарау һәм түләү ваҡытын оҙайтыу тураһында кредит ойошмалары менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. “Рослизинг” менән дә лизинг түләүҙәре тураһында ошондай килешеүҙәр бар. Һөйләшеүҙәр барышында республиканың иң ҙур кредит оцошмалары менән аграрийҙар алған кредиттарҙы оҙайтыу буйынса килешеүҙәргә өлгәшелде. Хәүефле агрометеорологик шарттар тыуғансы уҡ ауыл хужалығы етештереүселәренең сығымдары 2,7 миллиард һум тәшкил иткәйне. Ауыл ойошмалары 30 миллиард һум төшөм алып еткермәне.
– Быйылғы тәбиғәт шарттары мал аҙығы әҙерләүҙә лә ауырлыҡ тыуҙырмай ҡалмағандыр? Республикала мал һаны кәмеүгә табан китмәҫме?
– Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы малсылыҡ тармағын аҙыҡ менән тәьмин итеүҙә лә проблемалар менән осрашты. Мал башы һанына ҡарап, республикала мал аҙығы әҙерләү планы 1 миллион 479,7 мең тонна тупаҫ һәм һутлы берәмек тәшкил итә ине, шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өсөн – 1 миллион 5 мең тонна. Был һәр шартлы баш малға ҡарата 28 центнер мал аҙығы берәмеге тура килергә тейеш тигән һүҙ.
Республиканың бөтә төр хужалыҡтарында бөгөн 946,9 мең баш һыйыр малы, 385,1 мең һауын һыйыр һәм 66,8 мең баш һарыҡ һәм кәзә иҫәпләнә. Былтырҙан ҡалғанын да иҫәпләһәк, һәр баш малға ҡарата 21 центнер берәмек мал аҙығы тура килә, был – кәрәк булған күләмдең 80 проценты. Әлеге көнгә бөтә үҫкән бесәндең 80 проценты, сенаждың кәрәк булған миҡдарының 66 проценты, силостың 60 проценты әҙерләнгән. Бынан тыш, 429 мең тонна һалам ташып алынған. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, 2021-2022 йылдарҙағы ҡышта бесәндең биш проценты етмәйәсәк.
Был тәңгәлдә Урал аръяғы райондарында хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында тупаҫ мал аҙығына ҡытлыҡ бесән буйынса – 43,2 мең, сенаж буйынса – 37 мең, силос – 12,8 мең, иген фуражы буйынса 47,7 мең тонна тәшкил итә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өсөн 25 мең тонна күләмендәге иген фуражын беҙ республиканың ҙур хужалыҡтарынан һатып алыу иҫәбенә бирәбеҙ. Урал аръяғы райондарын бесән менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү өсөн 75 миллион һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шуның 22 миллион һумы – Баймаҡ районына, 12 миллион һумы – Йылайыр районына, 21 миллионы – Ейәнсура районына һәм 20 миллион һумы Хәйбулла районына биреләсәк.
Күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, быйылғы шарттарҙа беҙ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал һанының кәмейәсәген күҙаллайбыҙ. Был осраҡта, республика кимәлендә мал башын һаҡлап ҡалыу маҡсатында, беҙҙең ит малсылығы буйынса махсуслашҡан предприятиеларҙан мал һатып алыу ойошторолдо. Был мал фидлоттарҙа, йәғни малды игенләтә туҡландырыу майҙансыҡтарында аҫраласаҡ. Артабан, яҙ еткәс, Урал аръяғы райондарының малсылыҡ менән шөғөлләнгән ярҙамсы хужалыҡтары өсөн йәш һыйыр малын үҙәкләштерелгән һатыу үткәрәсәкбеҙ.
– Ауыл хужалығы өсөн кредиттар биреүҙә үҙгәрештәр бармы?
– Быйылғы тәбиғи шарттар, әйткәнемсә, аграрийҙарҙың түләү һәләтенә лә кире йоғонто яһаны. Ауыл хужалыҡтары әйләнештәге аҡсаны тулыландырыу һәм инвестиция сығымдары өсөн кредит алырға мәжбүр. 2017 йылдан алып республика аграрийҙары кредитты, Рәсәй Хөкүмәтенең 2016 йылдың 29 декабрендәге 1528-се ҡарарына ярашлы, ташламалы хаҡҡа – йылына бер проценттан биш процентҡа саҡлы хаҡ менән – алыу мөмкинлегенә эйә. Быйыл Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан буйынса дөйөм суммаһы 17 миллиард һум булған 611 ғаризаны раҫланы, шуларҙан 12,7 миллиард һумлыҡ 426 ғариза – ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар, 4,3 миллиард һумлыҡ 185 ғариза – инвестиция кредиттары, 2,5 миллиард һумлыҡ 158 ғариза – техника һатып алыуға аҡса.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ташламалы кредитты тормошҡа ашырыу механизмы өсөн быйылға 352,3 миллион һумлыҡ лимит билдәләне, былтырғыға ҡарата ул 118 процент тәшкил итә. Был сумма тулыһынса үҙләштерелде. Ҡоролоҡ арҡаһында төшөмдө алып еткермәү сәбәпле, ауыл хужалығы етештереүселәре ташламалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредит йәлеп итергә мәжбүр, уға мохтажлыҡ бөгөн дүрт миллиард һум тәшкил итә. Ташламалы кредиттар менән мәсьәләне хәл итеү маҡсатында лимитты арттырыу буйынса эш алып барыла.
– Киләһе миҙгелгә әҙерлек, бөгөнгө шарттарға ҡарағанда, үткән йылдарҙан да ҙурыраҡ көсөргәнешлек талап итәсәк.
– Эйе, тармаҡ киләһе йылға ҡарата тағы ла ҡатмарлыраҡ шарттарҙа ҡала, шуға күрә беҙҙең алда ресурстарҙы дөрөҫ планлаштырыу бурысы тора. Иҫәпләүҙәргә ярашлы, хаҡтарҙың артыуы һәм 2022 йылға ужым сәсеү майҙанының кәмеүе сәбәпле, киләһе йылда баҫыу эштәренең үҙҡиммәте 11 процентҡа артасаҡ һәм финанслау ҡытлығы биш миллиард һум тәшкил итәсәк. Иң күп сығым талап иткәне, әлбиттә – яғыулыҡ-майлау материалдары: уларҙың хаҡы 29,5 процентҡа артыр тип көтөлә. Запчастар һәм минераль ашлама ла ҡиммәтләнәсәк.
Тәбиғәт шарттарының агросәнәғәткә төп йоғонто яһауын барыбыҙ ҙа аңлай. Элекке ғәҙәти алымдар – яраҡлаштырылған сорттар һайлау, ашламаны, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау сараларын ҡулланыуҙы арттырыу һәм башҡалар – хәҙер етмәй, шуға күрә уңышты юғалтыу ихтималлығын страховкалауҙың финанс механизмдарын һәм мелиорация технологияларын индереү йүнәлештәрендә әүҙем эш башлайбыҙ.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әңгәмәләште.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
“Ҡоролоҡтан ҙур зыян күргән Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Еәйәнсура райондары ярҙам аласаҡ. Шәхси хужалыҡтар һатып алған мал аҙығына сығымдарҙың 50 процентын республика бюджетынан субсидиялаясаҡбыҙ. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының орлоҡ һатып алыуға киткән сығымдары ла яртылаш ҡапланасаҡ. Был дүрт район аграрийҙарына ярҙам рәүешендә 75 миллион һум аҡса бүленәсәк. Бынан тыш, ауыл хужалығы эшсәндәренә былтыр техника һатып алғанға 400 миллион һум самаһы субсидия түләнәсәк”.