Иҡтисад
8 Октябрь 2021, 15:45

Тәбиғәт һынауҙарын кем нисек үткән?

Илшат Фәзхрахманов Башҡортостанда ҡоролоҡ шарттарында үҫемселектең хәле тураһында һөйләне.

Тәбиғәт һынауҙарын кем нисек үткән?Тәбиғәт һынауҙарын кем нисек үткән?
Тәбиғәт һынауҙарын кем нисек үткән?

“Алтын көҙ-2021” XXIII агросәнәғәт күргәҙмәһенә ярашлы “Климаттың үҙгәреү шарттарында Рәсәйҙә үҫемлекселек: маҡсаттар, проблемаларҙы хәл итеү юлдары” тип аталған пленар ултырыш үтте. Сараны Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Джамбулат Хатуов алып барҙы.

Ил төбәктәренең ауыл хужалығы тармағына етәкселек иткән министрҙар һауа торошо ҡуйған һынауҙарҙы нисек үтеүҙәре тураһында һөйләне: быйылғы йәй барыһы өсөн һынау булды. Ҡайҙалыр ҡоролоҡ булды, ҡайҙалыр, киреһенсә, күпләп ямғыр яуҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республикалағы ҡоролоҡ эҙемтәләре тураһында һөйләне һәм артабан быйылғылай хәлде булдырмау өсөн ниндәй саралар күреләсәген билдәләне. "Һуңғы өс йыл эсендә тармаҡ йылдам үҫеште. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр артабан да шундай темп менән эшләргә йыйынһа ла, 2010 йылдағынан да ҡатыраҡ ҡоролоҡ барыһы өсөн дә ҙур һынау булды. Шулай ҙа яңы технологиялар, техника арҡаһында ғына юғалтыуҙар әллә ни һиҙелмәне. Иген культуралары былтырғы күрһәткестән ике тапҡырға кәмерәк булһа ла, 2,2 миллион тонна уңыш йыйып алыуға өлгәшелде", - тине Илшат Фәзрахманов.

Әлбиттә, бөгөн һәр төбәк һауа торошоноң ошолай көйһөҙләнеүенә әҙер булырға тейеш. Ҡоролоҡ шарттарында ла һәйбәт уңыш биргән сорттарҙы һайлау мөһим. Мелиорация системаһын үҫтереү – көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәлә, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Уның һүҙҙәрен Джамбулат Хатуов та ҡеүәтләне һәм тиҙҙән Рәсәйҙә мелиорация комплексын үҫтереү һәм файҙаланыуға индерелмәгән ауыл хужалығы ерҙәрен билдәләүгә йүнәлтелгән Дәүләт программаһы ҡубул ителәсәген белдерҙе.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52961

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас