

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ғәли Искәлиев менән Республикаға идара итеү үҙәгендә булды.
Ҡунаҡтар үҙәктең төп хеҙмәт йүнәлештәре, шулай уҡ Республиканы үҫтереү корпорацияһы, Стратегик эшләнмәләр үҙәге, Ковидҡа ҡаршы хәл-шарттар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская Республикаға идара итеү үҙәгенең хеҙмәт алымдары тураһында һөйләне: "Үҙәк өс – иҡтисад, социаль коммуникациялар һәм мәғлүмәти блоктан тора. Улар нигеҙендә – Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы вәкилдәре эшләгән мәғлүмәт системалары. Улар республиканың барлыҡ тормош өлкәләрен үҙ эсенә ала".
Республикаға идара итеү үҙәгенә индерелгән мәғлүмәт системалары тураһында Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Г. Разумикин һөйләне.
Ҡаҙағстан делегацияһы көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә үҙәктең эш алымдарын юғары баһаланы. "Башҡортостандағы коллегаларыбыҙҙан күп нәмәгә өйрәнергә була, үҙебеҙҙең тәжрибә өлгөләре менән дә уртаҡлашырға әҙербеҙ. Уңыштарҙы бүлешергә кәрәк", – тине Б. Солтанов.
Радий Хәбиров Ҡаҙағстан вәкилдәренә хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе, туғандаш халыҡтар файҙаһына уңышлы уртаҡ эшмәкәрлек теләне.
Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru