

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан делегацияһы менән осрашты.
Ҡунаҡтар делегацияһына илдең сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов менән Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ғәли Искәлиев етәкселек итә. Осрашыуҙа "Евразия иҡтисади үҙәге" комплекслы инвестиция проекты һәм Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы сауҙа-иҡтисад бәйләнештәрен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
"Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәре өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Күптән түгел беҙҙең республика делегацияһы Ҡаҙағстандан ҡайтты һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса документтар әҙерләне. Киләсәктә шулай берҙәм, етеҙ эшләһәк, үҙ-ара бәйләнештәрҙе тағы ла юғарыраҡҡа күтәрәсәкбеҙ".
"Уртаҡ эшебеҙҙең йылдам барғанын билдәләргә кәрәк. Бөгөн хеҙмәттәшлек тураһында өс документҡа ҡул ҡуябыҙ, – тине Б. Солтанов. – Беҙҙең делегация составында бизнес вәкилдәре бар, улар яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһына. Илдәр, төбәктәр, предприятиелар араһында сәнәғәт һәм сауҙа бәйләнештәрен нығытасаҡбыҙ".
"Беҙҙең бизнес-делегация Өфөлә емешле эшләргә ынтыла, – тине Ғ. Искәлиев. – Нефть һәм газ өлкәһендә уңышлы проекттарға маҡсат тотабыҙ. Беҙҙең төбәктә йылына 19 миллиард кубометр тәбиғи газ сығаралар. Биш йылдан был күрһәткесте 26 миллиардҡа еткерергә уйлайбыҙ. Шуға ла газды тәрән эшкәртеү мәсьәләләрен хәл итеү мөһим, был өлкәлә Башҡортостандың тәжрибәһе беҙгә бик файҙалы булыр ине".
Ҡаҙағстан вәкилдәре Урал йылғаһы бассейнында уртаҡ гидрологик тикшеренеүҙәр үткәреү, Европа һәм Азия илдәре араһындағы халыҡ-ара транспорт-логистика маршруттарын Көньяҡ Урал төбәктәре аша үҫтереү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.
***
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының бересе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ике аралағы хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне.
Нурсолтандан – Өфөгә һәм кире яҡҡа беренсе чартер авиаосоштар 2022 йылдың башына планлаштырылған. Өфөлә – "Бөйөк Дала мираҫы" тигән күргәҙмә, ә Нурсолтанда башҡорт милли кейеме һәм көнкүреш әйберҙәре экспозицияһы әҙерләнә.
Р. Моратов әйтеүенсә, сәнәғәттә күп уртаҡ эштәр башҡарыу ҡарала. Ауыл хужалығы ла хеҙмәттәшлектең өмөтлө өлкәһе булып тора. Ике аралағы экспорт үҫешен артабан үҫтереү өсөн тағы бер йүнәлеше – Башҡортостанда буласаҡ "Евразия иҡтисади үҙәге" комплекслы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу. "Ҡаҙағстан менән халыҡ-ара кооперацияның яҡшы үрнәге – "Павлодар" махсус иҡтисади зонаһында юғары сифатлы химик продукция етештереү тураһында килешеү. Беҙҙең яҡтан проектта Башҡортостан сода компанияһы ҡатнаша", – тине Рөстәм Моратов.
***
Рәсәй Финанс министрлығы Фәнни-тикшеренеү финанс институтының өлкә иҡтисады үҙәге етәксеһе Инна Рыкова "Евразия иҡтисади үҙәге"н формалаштырыу һәм бойомға ашырыу тураһында һөйләне. "Проектты башлаусы – Башҡортостан, уға Һамар өлкәһе менән Удмурт Республикаһы ҡушылды ла инде. Был эштең өҫтөнлөктәре бәхәсһеҙ", – тине ул һәм Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың бергәләшеп Евразия иҡтисади берлегендә интеграция процестарын үҫтереүҙә пилот проекты булыу ихтималлығын билдәләне.
***
Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин Ҡаҙағстан ҡунаҡтарына Республикаға идара итеү үҙәгенең аналитик мөмкинлектәрен күрһәтте.
***
Осрашыу аҙағында төбәк-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Документтар сауҙа-иҡтисад, инновация һәм мәҙәни-гуманитар бәйләнештәрҙе әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән, айырып әйткәндә, ике арала ауыл хужалығы, химия продукцияһы тауарҙары, ауыл хужалығы техникаһы менән алмашыуҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, Башҡортостан биопрепараттар, инактивлаштырылған ашламалар, вертолет һәм автотранспорт техникаһы ебәреүҙе планлаштыра.
"Беҙ Ҡаҙағстанды Башҡортостандың стратегик йәһәттән көслө партнерҙарының береһе итеп ҡарайбыҙ", – тине Радий Хәбиров.
Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru