

Был ҡарар Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуғын яҡлау фондының күҙәтеүселәр советы тарафынан ҡабул ителде.
- Ул Башҡортостан Республикаһы һәм Ярославль, Ростов, Омск, Мәскәү, Владимир өлкәләре, Красноярск менән Краснодар крайында торлаҡ һатып алғанда алданған 1688 кешенең хоҡуҡтарын тергеҙергә ярҙам итәсәк, - тип белдерҙе Күҙәтеү советы рәйесе, Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең урынбаҫары Марат Хөснуллин.
Фондтың генераль директоры Константин Тимофеев белдереүенсә, әлегә хәл итеүҙе талап иткән 20 объект буйынса эштәр ҡаралған.
- Биш йортто төҙөп бөтөргә кәрәк. Улар буйынса зыян күреүселәр һаны 391 кеше. Тағы ла 15 объект буйынса компенсациялар түләнәсәк. Матди зыянды ҡаплатыуға 1297 кеше дәғүә итәсәк. 14 төҙөлөш ойошмаһы граждандар алдында бурысын үтәмәгән булып сыға. Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтары тергеҙеләсәк, - тине Константин Тимофеев.
Матди зыян ҡаплатыласаҡ өйҙәр исемлегенә дүрт йорт ингән. Уларҙың барыһы ла Дим биҫтәһендә урынлашҡан “Көмөш инеш” биҫтәһендә, барыһының да төҙөүсеһе - “Крона” йәмғиәте.
- “Көмөш инеш” торлаҡ комплексында меңдән ашыу кеше фатир һатып алып алданған, шуларҙың 749-ы компенсация аласаҡ. Был маҡсатҡа 1 миллиард 860 миллион һум аҡса бүленәсәк. Сығымдарҙың 223,2 миллионы республика ҡаҙнаһынан түләнәсәк, - тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.