

Быйыл 1 октябрҙән бюджетҡа алым, йыйым, иғәнәләр түләү һәм һалым органдары талабына ярашлы башҡа түләүҙәрҙе күсереү өсөн түләү поручениеларын яңыса тултыралар. Бындай үҙгәрештәр Рәсәй Финанс министрлығы фарманына ярашлы ғәмәлгә инде.
Мәҫәлән, “Поручениены төҙөүсенең статусы” тигән 101-се бүлектә шәхси эшҡыуарҙар, нотариустар, адвокаттар һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы башлыҡтары өсөн түләүсе статусы үҙгәрә. 1 октябрҙән “09”, “10”, “11”, “12” кодтары ғәмәлдән сыҡты. Улар урынына барлыҡ физик берәмектәр өсөн берҙәм булған “13” коды ҡулланыла.
Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәр өсөн физик берәмектәрҙең килеменә һалым йәки өҫтәмә хаҡҡа һалым (мәҫәлән, дәүләт йәки мунициапль мөлкәтте ҡуртымға алғанда) түләүгә документ тултырғанда “02” коды булған түләү агенттары өсөн статусты күрһәтеү ҡағиҙәләре әүәлгесә ҡала.
Уҙған һалым, иҫәп-хисап (отчет) осорҙары буйынса бурысты түләгәндә мәғлүмәтте күрһәтеү тәртибе үҙгәрә. “Түләү нигеҙе” тигән 106-сы бүлектә бирелгән кодтар исемлеге “3Д” берҙәм кодына тиклем ҡыҫҡара. Ул әле бурысты үҙ иркең менән түләгәндә генә ҡулланыла.
2021 йылдың октябренән бурысты үҙ иркең менән түләүҙе мәжбүри түләүҙән “Документтың һаны” тигән 108-се бүлектән ҡарап айырырға мөмкин. 106-сы бүлектә элегерәк ҡулланылған “ТР”, “ПР”, “АП” һәм “АР” кодтарын 108-се бүлектә нигеҙ биргән документ һанының алдынан күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән, һалым органының һалым (йыйым, страховка иғәнәләрен) түләү тураһындағы 41797-се талабын үтәгәндә, бойороҡтоң 108-се бүлегендә “ТР41797” тип яҙыу шарт.
Шул уҡ ваҡытта “Түләү нигеҙе булған документтың датаһы” тигән 109-сы бүлектә аҡса күсереүгә нигеҙ биргән документты төҙөү датаһын күрһәтеү фарыз.
Һалым түләүҙәрен дөрөҫ иҫәпләү өсөн документтың хатаһыҙ тултырылыуы мөһим, шуға күрә ошоға ҡағылышлы ғәмәлгә индерелгән яңы ҡағиҙәләрҙе иғтибар менән өйрәнергә кәрәк. Үҙгәрештәр менән ентеклерәк танышыу өсөн һылтанма:
https://www.bashkortostan.ru/presscenter/news/400857/
Фото: https://www.nalog.gov.ru/rn59/news/activities_fts/11354942/
Сығанаҡ: https://www.nalog.gov.ru/rn59/news/activities_fts/11354942/