Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Октябрь , 20:30

Араларҙы тағы ла яҡынайтып...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

Араларҙы тағы ла яҡынайтып...

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Өфөнөң өс йылға менән уратып алынған биләмә структураһы транспорт инфраструктураһының даими үҫешен талап итә. Ябай итеп әйткәндә, күперҙәр төҙөлөшө. Һәм беҙ төҙөйбөҙ, күп төҙөйбөҙ. Республика тарихында беренсе тапҡыр ике проектты параллель рәүештә алып барабыҙ. Өфөләге Ағиҙел аша күпер төҙөүҙе тамамлап барабыҙ. Тиҙҙән уны асасаҡбыҙ. Шунда уҡ арка күперен ремонтлауҙы дауам итәсәкбеҙ. Планлы рәүештә Көнсығыш яҡтан сығыу юлын төҙөп бөтөп барабыҙ. Өфөнөң Көньяҡ ҡапҡаһын кредитлауға өлгәштек. Шул уҡ ваҡытта баш ҡалала тағы Кузнецов затонын, Интернациональ һәм Дим йүнәлешендәге урамдарындағы өс күперҙе  төҙөп бөтөргә кәрәк. Дөйөм алғанда, башҡараһы эш күп”.

Фото: республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова