Иҡтисад
14 Октябрь 2021, 10:15

14,8 миллиард һумлыҡ кредит алынасаҡ

Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшөндә ике объект инфраструктура ҡаҙнаһы кредиты иҫәбенә төҙөләсәк. Уның дөйөм суммаһы 14,8 миллиард һум тәшкил итә.

14,8 миллиард һумлыҡ кредит алынасаҡ14,8 миллиард һумлыҡ кредит алынасаҡ
14,8 миллиард һумлыҡ кредит алынасаҡ

“Башҡортостан был ике проект буйынса Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына ғариза ебәрҙе лә инде. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу 450 миллиард һумдан ашыу шәхси инвестиция йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк”, - тине республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов.

Мәҫәлән, Нефтекамала туҙған таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау һәм ҡаланың төп насос станцияһын төҙөү планлаштырыла. Был эш шәхси инвесторҙарҙан торлаҡ төҙөлөшөнә 72,3 миллиард һум йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Өфөлә транспорт инфраструктураһы өсөн биш объект төҙөү һәм ҙур класлы 77 автобус һатып алыу ҡарала. Башҡортостан Рәсәй Хөкүмәте инвестициялар буйынса ғаризаларҙы раҫлаған 54 төбәк исемлегенә инә.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас