Иҡтисад
14 Октябрь 2021, 10:55

Һатып алыу әүҙемләшә

Өсөнсө кварталда "Бәләкәй күләмдәге сауҙа агрегаторы" мәғлүмәт системаһында теркәлгән һатып алыусылар – 19, заказсылар биш процентҡа күбәйгән. 

Һатып алыу әүҙемләшәҺатып алыу әүҙемләшә
Һатып алыу әүҙемләшә

Башҡортостан Республикаһының Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты 2021 йылдың икенсе һәм өсөнсө кварталдарында "Бәләкәй күләмдәге сауҙа агрегаторы" мәғлүмәт системаһындағы һатып алыуҙар динамикаһына анализ яһаған.

– Дәүләт комитеты һатып алыу эшендә ҡатнашыусыларға методологик ярҙам күрһәтеүгә, шулай уҡ "Бәләкәй күләмдәге сауҙа агрегаторы" системаһын ҡулайлаштырыуға һәм камиллаштырыуға айырым иғтибар бүлә. Мониторинг һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәттәр заказсыларҙы һәм һатыусыларҙы йәлеп итеү динамикаһын, төҙөлгән контракттарҙың дөйөм иҫәбен, был йәһәттән өлгәшелгән экономияның күләмен асыҡларға мөмкинлек бирҙе, – тине комитет рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

Өсөнсө кварталда мәғлүмәт системаһында теркәлгән һатып алыусылар – 19 процентҡа (977 ҡатнашыусы), заказсылар биш процентҡа күбәйгән (180 ойошма). "Бәләкәй күләмдәге сауҙа агрегаторы" мәғлүмәт системаһында төҙөлгән контракттар һанында ла үҫеш күҙәтелә (20 процент). Контракттарҙың башланғыс (иң юғары) хаҡына ҡарата экономия иһә, икенсе кварталдағы менән сағыштырғанда, 4,5 процентҡа артҡан (16,5 миллион һум).

Фото: ufa.bezformata.com

 

 

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас