Иҡтисад
14 Октябрь 2021, 09:45

Белгестәр ер кадастры мәсьәләләрен тикшерҙе

Өфөлә Төбәк-ара эксперттар форумы сиктәрендә кадастр темаһына арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

Белгестәр ер кадастры мәсьәләләрен тикшерҙеБелгестәр ер кадастры мәсьәләләрен тикшерҙе
Белгестәр ер кадастры мәсьәләләрен тикшерҙе

Өфөлә Төбәк-ара эксперттар форумы сиктәрендә «Дәүләт кадастр баһалау институтын булдырыу һәм кадастр хаҡын үҙгәртеүҙе формалаштырыу» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә эшләгән белгестәр менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссарҙың йәмәғәт ярҙамсылары ла ҡатнашты. Уларҙың төп маҡсаты – райондарҙа эшҡыуарҙарҙы ҡабул итеү барышында ҡулланыу өсөн көнүҙәк мәғлүмәт алыу ине.

- Бизнес өсөн ер кадастры хаҡын билдәләү темаһы бик мөһим, — тине Башҡортостандың бизнес-омбудсмены аппараты етәксеһе Артем Гәрәев. — Ғәмәлдә кадастр хаҡы йыш ҡына арттырыла, һәм тендерҙа еңеүселәр уның ғәҙел баһаланмауына зарлана. Законға ярашлы, уның хаҡын дөрөҫ баһалауҙы талап итеп махсус комиссияға йәки судҡа мөрәжәғәт итергә була. Әммә суд сығымдары юғары, ә комиссия мәсьәләне тиҙ арала хәл итәсәк, - тине Артем Гәрәев.

Былтыр Башҡортостандың инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса проект идаралығы ултырышында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссар Флүр Әсәҙуллин Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ҡарамағындағы ошо комиссияны ойоштороу башланғысы менәнсыҡҡайны.

Түңәрәк өҫтәл барышында был комиссия эшенең һөҙөмтәләренә туҡталдылар. Бөгөнгә 395 күсемһеҙ милек объектына ҡағылышлы 344 ғариза килгән. Мөрәжәғәттәрҙең 54 проценты (212 объект) буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгән. Тәүге отчетҡа аңлатмалар һәм төҙәтмәләр индерелгәндән һуң, ҡалған 44 проценты буйынса ла ыңғай ҡарар ҡабул ителә.

Шулай уҡ ултырыш барышында тармаҡ белгестәре һәм эксперттар, юристар, суд эксперттары, дәүләт власы органдары һәм кадастр баһалау учреждениелары вәкилдәре сығыш яһаны. Түңәрәк өҫтәлде йомғаҡлап, унда ҡатнашыусылар әле күтәрелгән һорауҙарҙың көнүҙәклеген, тикшерелгән мәсьәләләрҙең эшҡыуарҙар өсөн файҙалы булыуын билдәләне.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53031

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас