

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барған Хөкүмәт ултырышында республиканың бизнес-инкубаторҙары эшмәрәклеге һәм уларға ярҙам саралары тикшерелде.
Премьер-министр әйтеүенсә, илебеҙҙә 260 бизнес-инкубатор теркәлгән. Уларҙың яртыһынан ашыуы - төбәктәрҙә. “Башҡортостанда ике ошондай бизнес-инкуботор эшләй - Сибай һәм Салауат ҡалаларында, - тине ул. - Быйыл бизнес-инкубаторҙарға ярҙам итеү буйынса дәүләт программаһы саралары сиктәрендә республика ҡаҙнаһынан уларға 8,6 миллион һум һәм урындағы бюджеттарҙан 1,2 миллион һум бүленде”.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазыловтың сығышынан күренеүенсә, инкубатор резиденттары һаны 276-ға етте, уларҙа 2,5 мең эш урыны булдырылған. Резиденттарҙың тулайым әйләнеше улар эшләгән осорҙа 4,5 миллиард һум тәшкил иткән, 150 миилион һум һалым түләнгән.
Хөкүмәт ултырышында республика ҡаҙнаһынан финансланған бизнес-инкубаторҙарҙың ағымдағы эшмәкәрлегенә сығым төрҙәре буйынса норматив документтарға үҙгәрештәр ҙә тикшерелде.
Фото:pravitelstvorb.ru.