

Дәүләт хеҙмәтенең төбәк порталында урман декларацияһын, шулай уҡ юридик шәхестәрҙең һәм граждандарҙың урмандарҙы файҙаланыуы тураһындағы отчеттарҙы биреү мөмкинлеге тормошҡа ашырылды.
Урман декларацияһы ҡайһы бер ойошмаларҙың йәки граждандарҙың урман биләмәләрен файҙаланыу хоҡуғын раҫлай. Документ йыл һайын урмандарҙы файҙаланыуҙың көтөлгән осоро башланыуға кәмендә биш көн ҡалғас тапшырыла. Урман декларацияһының ғәмәлдә булыуы урмандарҙы файҙаланыуҙың көтөлгән осоро башланған көндән алып 12 айҙан да ашыу түгел.
"Урман декларацияһы срогы йыл һайын яңыртылырға тейеш булғанлыҡтан, был хеҙмәт электрон формаға күсерелгән. Беҙҙеңсә, был алым эшҡыуарҙар өсөн дә, физик шәхестәр өсөн дә урманды файҙаланыу һәм үҙләштереү буйынса документтарҙы теркәү процесын ябайлаштырырға тейеш", — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Сервис быйыл электрон формаға күсерелгән. Хеҙмәтте теркәү процесы тулыһынса электрон, ғариза биреүҙән башлап урман декларацияһын ҡабул итеү йәки ҡабул итеүҙән баш тартыу тураһында нигеҙле хәбәр алыуға тиклем атҡарыла. Әлеге мәлгә хеҙмәттән 3703 тапҡыр ҡулланғандар. Декларациянан тыш, ҡулланыусылар Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша урмандарҙы файҙаланыу һәм отчет биреүҙең башҡа төрҙәре менән дә файҙалана ала. Мәҫәлән, янғындан һаҡлау, урманды тергеҙеү һәм башҡаһы.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53034