Иҡтисад
14 Октября 2021, 16:45

Тауыш биреүҙә ҡатнаша алаһығыҙ

Башҡортостанда “Беҙҙең бренд. Халыҡта танылыу” төбәк конкурсы башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тауыш биреүҙә ҡатнаша алаһығыҙТауыш биреүҙә ҡатнаша алаһығыҙ
Тауыш биреүҙә ҡатнаша алаһығыҙ

14 октябрҙә республикала “Беҙҙең бренд. Халыҡта танылыу” беренсе төбәк туҡланыу аҙыҡ-түлектәре конкурсы старт алды. Ул 25 – 27 ноябрҙә үткәреләсәк “Беҙҙең бренд” аҙыҡ-түлек фестиваленә ярашлы уҙасаҡ.

Сараны ойоштороусылар – республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы. Беренсе тапҡыр теләгән һәр кем Башҡортостандың теге йәки был ҡала-районының фирма аҙыҡ-түлеге өсөн тауыш бирә ала. Быны «Наш бренд» сайтында эшләргә мөмкин.

"Төбәк аҙыҡ-түлектәре конкурсы – республиканың аҙыҡ-түлек брендтарын алға этәреү өсөн яҡшы башланғыс, - тип иҫәпләй республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов. – Беренсенән, был сара аша теге йәки был районда ниндәй популяр башҡорт аҙыҡ-түлеге етештерелеүен беләсәкбеҙ. Фермерҙарға был конкурс үҙен күрһәтеү, продукцияһына иғтибар йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк. Башҡортостанда йәшәгән кеше тауышы ярҙамында аҙыҡ-түлек сифаты, уның хаҡы тураһындағы мәғлүмәтте еткерә аласаҡ".

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова