Иҡтисад
14 Октябрь 2021, 14:30

Урман сәнәғәте даими хәстәрләнә

Башҡортостанда урман сәнәғәте комплексы предприятиеларын субсидиялауға заявкалар ҡабул итеү башланды.

Урман сәнәғәте даими хәстәрләнәУрман сәнәғәте даими хәстәрләнә
Урман сәнәғәте даими хәстәрләнә

Башҡортостанда урман сәнәғәте комплексы предприятиеларын субсидиялауға заявкалар ҡабул итеү башланды.

Конкурста яңы целлюлоза-ҡағыҙ, мебель, ағас эшкәртеү ҡорамалдары, яңы урман әҙерләү, урман хужалығы, урман ташыу, урман янғындары техникалары һатып алыуға киткән сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплауҙы субсидиялау өсөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һайлап алына. Заявкаларҙы Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы 12 ноябргә тиклем ҡабул итә.

“Йыл һайын урман сәнәғәте комплексы предприятиеларына ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн республика бюджетынан 40 миллион һум аҡса бүленә. Дәүләт ярҙамының был төрө етештереүселәрҙең конкуренцияға һәләтлелеген күтәрә, урман сәнәғәте комплексы предприятиеларының үҫешенә этәргес бирә. Предприятиелар ҡорамалдарын яңырта, етештереү процестарын автоматлаштыра, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрә”, - тип билдәләне Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Александр Шельдяев.

Документтарҙы ҡабул итеү урыны:

450076, Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 3. Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, 310-сы кабинет. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-04-86, 218-04-87, 218-05-11.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53030

Автор:Римма Султанова
Читайте нас